Спорт һәм туризм
23 Августа 2021, 12:00

Беренсе тапҡыр үткәрелде

Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Был сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелеп, унда 55 илдән бер меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Беренсе тапҡыр үткәрелдеБеренсе тапҡыр үткәрелде
Беренсе тапҡыр үткәрелде

Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Был сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелде һәм унда 55 илдән бер меңдән ашыу спортсы ҡатнашты.

Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһы беренсе урын яуланы. Уның составында Башҡортостандан Аделина менән Карина Мырҙабаевалар уңышлы сығыш яһаны, миҙалдар яуланы.

Ирекле һәм ҡатын-ҡыҙ көрәшендә Рәсәй көрәшселәре икешәр алтын миҙалға лайыҡ булды! Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа биш алтын миҙал яуланылар! Шул иҫәптән Башҡортостан көрәшселәре Сәйед-Хөсәйен Баҡаев һәм Адлан Амриев ике алтын миҙал хужаһы булды. Башҡортостан спортсылары сығышын ҡарарға республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров килде.

Чемпионат сағыу тантана менән ябылды. 55 илдән килгән спортсылар ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплап һәм ҡунаҡсыл Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләр менән ҡайта.

Әйткәндәй, чемпионат үткәрелгән ваҡытта Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы рәсми телевидениеһының (wrestlintv.ru) көн һайын тапшырылған тура трансляцияларын 11миллиондан ашыу кеше ҡараған.  

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас