Спорт һәм туризм
26 Август 2021, 14:30

Волейбол чемпионатына тиклемге кире иҫәп башланды

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй "FIVB 2022 волейбол буйынса донъя чемпионатына тиклем - бер йыл" тигән спорт сараһында ҡатнашып, уға тиклемге ваҡытты кире иҫәпләй башлауға старт бирҙе.

Волейбол чемпионатына тиклемге кире иҫәп башландыВолейбол чемпионатына тиклемге кире иҫәп башланды
Волейбол чемпионатына тиклемге кире иҫәп башланды

Киләһе йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем Рәсәйҙә ир-егеттәр араһында волейбол буйынса донъя беренселеге үтәсәк. Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй "FIVB 2022 волейбол буйынса донъя чемпионатына тиклем - бер йыл" тигән спорт сараһында ҡатнашып, уға тиклемге ваҡытты кире иҫәпләй башлауға старт бирҙе.
Тантанала республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Ирек Сәғитов, 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова, "Урал" волейбол клубының попечителдәр советы рәйесе Сергей Греков һәм клубтың президенты Валерий Багметовтар ҡатнашты.
Чемпионат матчтары Рәсәйҙең 10 ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә, ойошторола. Ярыштар башланғанға тиклемге ваҡытҡа кире иҫәпте бар 10 ҡалала ла ебәрҙеләр.
- Беҙ хаҡлы рәүештә ошондай ҙур сараны ҡабул итәбеҙ. Өфө - илдең спорт үҙәктәренең береһе. Республикала волейбол бик үҫешкән, уны яраталар, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ оло спорт саралары үткәреү буйынса мул тәжрибәгә лә эйәбеҙ.
Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, был ярыштарҙан һуң меңәрләгән малай-ҡыҙҙар спорт залдарына йөрөй башлар. "Мин быға ихлас ышанам", - тине ул.
Тантананан һуң Радий Хәбиров "Динамо" спрот комплексына барҙы. Унда Өфөнән "Урал бөркөттәре" һәм Стәрленән "Тархан" йәштәр командалары араһында дуҫтарса матч үтте. Республика башлығы спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе тәбрикләп, сағыу уйын теләне.
"Урал" клубының президенты Валерий Багметов республика етәксеһенә спортты үҫтереүгә бүленгән ҙур иғтибар, ярҙам өсөн рәхмәт әйтте. "Шуға ла беҙҙең команда инде 25 йыл Суперлигала уңышлы сығыш яһай", - тине ул.

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас