

Күптән түгел Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Был сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелде һәм унда 55 илдән бер меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһы беренсе урынды яуланы. Уның составында Башҡортостандан Аделина менән Карина Мырҙабаевалар уңышлы сығыш яһаны һәм алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Ирекле һәм ҡатын-ҡыҙ көрәшендә Рәсәй көрәшселәренә икешәр алтын миҙал тапшырылды. Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа биш алтын миҙал яуланылар. Шул иҫәптән Башҡортостан көрәшселәре Сәйед-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриев ике алтын миҙал хужаһы булды. Башҡортостан спортсылары сығышын ҡарарға республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров та килде.
Чемпионат сағыу тантана менән ябылды. Төрлө илдән килгән спортсылар бай тәжрибә тупланы. Ҡунаҡсыл Башҡортостан уларҙың күңелендә йылы хәтирәләр ҡалдырҙы.
Бөгөн ошо донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһаған спортсылар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
Аделина ике тапҡыр беренсе урынды яуланы
Аделина Мырҙабаева грэпплинг һәм грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ике алтын миҙал яуланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Аделина – Стәрлетамаҡ районының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ул 2019 – 2021 йылдарҙа Волга буйы федераль округында беренселекте яулағайны. Бынан тыш, спортсы быйыл Рәсәй беренселегендә ике алтын миҙалға лайыҡ булды. 2019 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында Ташкентта билбаулы көрәш буйынса донъя беренселегендә өсөнсө урынға сыҡты.
Көрәш балаҫына сыҡмайынса – ике алтын миҙал
Донъя чемпионатында 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Башҡортостандан Карина Мырҙабаева беренсе урынға сыҡты. Ул грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа ла алтын миҙалға лайыҡ булды.
Карина – Волга буйы федераль округы беренселегендә (2019, 2020, 2021 йылдар), Рәсәй беренселегендә (2019, 2021 йылдар) еңеүсе булғайны. Бынан тыш, 2019 йылда яҡташыбыҙ донъя беренселегендә ике тапҡыр приз яуланы.
– Мин, донъя чемпионатында ҡатнашып, бронза миҙал яулағайным. Был юлы юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшкем килә, – тигәйне республикабыҙҙа үткәрелгән ҙур сара алдынан Карина. Шулай итеп, спортсыбыҙҙың уй-хыялы тормошҡа ашты.
Шуныһы үҙенсәлекле: Карина икенсе көн рәттән, үҙенең ауырлыҡ үлсәме буйынса башҡа дәғүәсе табылмау сәбәпле, балаҫҡа ярышырға сыҡмайынса ғына алтын миҙал эйәһе булды.
Спортсы ла, ирекмән дә
Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Валерия Давыдова 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көмөш (грэпплинг) һәм бронза (грэпплинг-ги) миҙал яуланы. Ул ирекмәнлек менән дә шөғөлләнә һәм ветеринарлыҡҡа уҡый.
Валерия ирекмәндәрҙән торған ҙур команда менән хужаһыҙ йорт хай-уандарына яҡшы ҡулдарға эләгергә ярҙам итә. 18 йәшлек ҡыҙ – Волга буйы федераль округында еңеүсе (2019 – 2021), Рәсәй призеры (2019), Рәсәй беренселегендә ике тапҡыр чемпион (2021 йыл).
Бәләкәй ауылдарҙан да чемпиондар сыға
Көрәштең грэпплинг һәм грэпплинг-ги төрҙәрендә уңышлы сығыш яһаған спортсыларыбыҙҙың – апалы-һеңлеле Аделина менән Карина Мырҙабаеваларҙың, Валерия Давыдованың тренерҙары – Яна Беликова һәм Әлфиә Әлимғужина. Әйткәндәй, 2007 йылда Әлфиә билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булғайны, артабан ул ял итте һәм бер нисә йылдан һуң ҙур спортҡа тренер сифатында кире ҡайтты.
– 2017 йылдан апалы-һеңлеле Мырҙабаеваларҙың өлкәне Аделина менән шөғөлләнә башлағайныҡ. 2018 йылда һеңлеһе Карина һәм Валерия Давыдова ҡушылды. Һуңғы өс йылда халыҡ-ара аренала сығыш яһайбыҙ. Ҡыҙҙар башта – республика, артабан Волга буйы, һуңынан Рәсәй беренселегендә уңыш яуланы һәм донъя беренселегенә һайлап алынды, – тип белдерҙе Әлфиә Әлимғужина. – Донъя чемпионатының Өфөлә үткәреләсәген алдан белә инек, шуға күрә уға ныҡлы әҙерләндек. Сығыш яһау, мөмкин тиклем күберәк миҙал яулау мөһим ине.
Әлфиә Әлимғужина шулай уҡ үҙенең уй-теләген дә әйтте: “Тренер булараҡ, миңә шуныһы үкенесле: беҙҙә, Стәрлетамаҡта, үҙебеҙҙең зал һәм көрәш балаҫы булһа ине. Был осраҡта ҡыҙҙар күберәк сығыш яһар һәм республикабыҙ, Рәсәй исеменән миҙалдар күберәк яуланыр ине. Ҡыҙҙарымдың сығышынан ҡәнәғәтмен. Улар үҙҙәренең программаһын тулыһынса үтәне. Валерия Давыдова өсөн был донъя чемпионаты беренсегә булды. Спортсылар әле ял итә, сөнки улар йәйҙе күрмәне тиерлек. Күнекмәләр, ярыштар... Тиҙҙән киләһе миҙгелгә әҙерлекте башлаясаҡбыҙ.
Башҡортостанда үткәрелгән был ярыштар – үҫеп килгән йәш быуынға ҙур инвестиция ул. Ошондай кимәл, йәғни Стәрлетамаҡ ҡыҙҙарының дүрт алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яулауы, күп нимә хаҡында һөйләй. Бәләкәй ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа ла чемпиондар тәрбиәләнә ала, тигәнде аңлата. Спортсыларыбыҙҙың пьедесталда тороуы һәм Рәсәй гимнын тыңлауы бик шәп!”
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Аделина менән Карина Мырҙабаевалар – сығышы менән Стәрлетамаҡ районының Түрешле ауылынан.
Белорет егете һынатманы
Донъя чемпионатында грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Сәйед-Хөсәйен Бакаев 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ярымфиналда – Румыния спортсыһы Мануэл Стойкты, финалда Грузия көрәшсеһе Диего Чхиквадзены еңде һәм алтын миҙал яуланы. Шулай итеп, ул Белорет һәм Башҡортостан намыҫын лайыҡлы яҡланы.
Сәйед-Хөсәйен спорт залына беренсе тапҡыр биш йәшендә килгән. Ошо ваҡыттан алып ул күнекмәләрҙе ҡалдырмай. Егет – грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында еңгән, Рәсәйҙең йәш үҫмерҙәр беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан.
Сәйед-Хөсәйен Бакаев Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Спорт көрәше буйынса спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Тренерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Коробов һәм Илдар Ғилманов.
“Сәйед-Хөсәйен чемпионатта көрәшергә әҙер, унан яҡшы һөҙөмтәләр көтәбеҙ”, – тип белдергәйне донъя чемпионаты алдынан Владимир Коробов. Һөҙөмтәлә Белорет егете алтын миҙал яуланы һәм тренерҙарының, яҡташтарының, көйәрмәндәрҙең өмөтөн аҡланы.
Адлан алдынғылыҡты бирмәне
Донъя чемпионатының грек-рим көрәшендә республикабыҙ исеменән сығыш яһаған һәм алтын миҙал яулаған икенсе спортсыбыҙ Адлан Амриев – грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
2021 йылда Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа, Волга буйы федераль округы турнирында еңгән. 2020 йылда ул Рәсәйҙең йәш үҫмерҙәр турнирында көмөш миҙалға лайыҡ булған. 2015 йылдан алып Адлан Өфөләге Спорт әҙерлеге буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Тренерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев, Геннадий Сырцев һәм Баһауетдин Хакиев.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, Адлан Амриев – Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған билдәле көрәшсе Муса Евлоевтың ауылдашы. Белеүебеҙсә, ул – Ингушетиянан.
Айһылыу НИЗАМОВА.