

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Беҙҙең Башҡортостан спортсылары Рәсәй йыйылма командаһы составында Токиола барған Паралимпиадала ике көн эсендә көмөш менән бронза миҙалдар алырға өлгөрҙө лә.
25 августа Андрей Николаев ирекле стиль менән 100 метр араға йөҙөүҙә икенсе булды. Ә кисә беҙҙең Аделина Разетдинова шулай уҡ йөҙ метрға йөҙөүҙә, тик брасс менән, өсөнсө урын яуланы. Мин спортсыларҙы ошо ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайым, уларҙың тренерҙарын, туғандарын һәм яҡындарын ҡотлайым. Беҙҙең алтынсы урындар ҙа бар, дүртенсе лә. Тик бында икенсе нәмә мөһим – ихтыяр көсө, тырышлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ. Иртәгә программа буйынса - коляскаларҙа рапирала фехтование. Был дисциплинала Башҡортостандан Никита Нагаев менән Альберт Камалов сығыш яһай. Барыһына ла уңыштар теләйем”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
#БОЛЕЕМЗАНАШИХ #ВЕРИМВРОССИЮ
Фото республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.