

Башҡортостандан 14 спортсы Токиола үткәрелгән Паралимпия уйындарында көсөн һынай. 5 сентябргә тиклем Токиола барған Паралимпия уйындарында республикабыҙҙан Аделина Рәзетдинова, Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Артур Сәйфетдинов (йөҙөү), Григорий Андреев, Сергей Петриченко, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова (еңел атлетика), Елена Прокофьева һәм Дмитрий Лавров (өҫтәл теннисы), Альберт Камалов һәм Никита Нагаев (фехтование) ҡатнаша.
25 августа 100 метр арауыҡҡа ирекле стилдә йөҙөүҙә Андрей Николаев – көмөш, Аделина Рәзетдинова 100 метр арауыҡҡа брасс менән йөҙөүҙә бронза миҙал яуланы.
Туймазынан 21 йәшлек Аделина Рәзетдинова – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Ул терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргәндәр араһында бронза миҙал яуланы (SB8 категорияһы). Ул – Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа чемпионатында бронза миҙал яулаусы, илдең терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргән спортсылары араһында күп тапҡыр чемпион. Башҡортостандың паралимпия резервы спорт адаптацияһы мәктәбендә күнекмәләр үткәрә. Тренеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Трухачев.
20 йәшлек Андрей Николаев – Салауат ҡалаһы егете. Ул – ике тапҡыр донъя чемпионаты еңеүсеһе һәм бронза миҙал яулаусы, Европа чемпионатында ике тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ булған. Андрей Николаев шулай уҡ терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргәндәр араһында йөҙөү спорты буйынса күп тапҡыр ил чемпионы булып танылған. Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Ул Салауат ҡалаһындағы “Салауатинвест” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә күнекмәләр үткәрә. 2008 йылда йөҙөү менән шөғөлләнә башлаған. 2018 йылдан – Рәсәйҙең Паралимпиада буйынса йыйылма командаһында. Тренеры – Фәнил Кирәев.
Фото: БР Спорт министрлығы.