

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә спортсыларыбыҙҙың уңыштарына бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Бөгөн беҙҙең Паралимпияла ҡатнашыусы спортсыларыбыҙ тағы бер алтын яуланы! - тип белдерҙе республика етәксеһе. - Рәсәйҙең йыйылма командаһы составындағы Башҡортостан спортсылары Токиола мөғжизәләр күрһәтә. 12 спортсыбыҙҙың алтыһы миҙалдар яуланы. Башҡортостан янсығында - өс алтын, ике көмөш һәм ике бронза! Был - барыһының хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ҡотлайым! Бына улар - иң көслө һәм батыр спортсыларыбыҙ:
* Богдан Мозговой S9 категорияһында 100 метр араға арҡала йөҙөүҙә рекорд ҡуйҙы. Финишта ул темпын арттырҙы һәм командабыҙға алтын миҙал килтерҙе.
* Донъя чемпионкаһы Елена Прокофьева тәү тапҡыр өҫтәл теннисы буйынса Паралимпия чемпионы исемен яуланы.
* Андрей Николаев S8 категорияһында терәк-хәрәкәт кәмселектәре булғандар араһында ирекле стиль менән 100 метр араға йөҙөүҙә көмөш миҙалды тартып тигәндәй алды. Ә бөгөн ул - йөҙөү буйынса Паралимпия чемпионы!
* Анна Крившина һуҡырҙар спорты буйынса 50 метр дистанцияға ирекле стиль менән йөҙөүҙә көмөш миҙал яуланы. Ул S13 категорияһында Паралимпия рекордын ҡуйҙы.
* Фехтование буйынса еңеүҙе Никита Нагаев дауам итте, ул терәк-хәрәкәт кәмселектәре булған спортсылар араһында бронза миҙал яуланы.
* Аделина Разетдинованы Паралимпия уйындарының уңышы тип атанылар, ул терәк-аппарат кәмселектәре булған спортсылар араһында 100 метр араға брасс менән йөҙөү буйынса бронза призер булды.
* Алда тағы алты көн көрәш һәм һигеҙ дисциплина, унда беҙҙең Башҡортостан спортсылары ҡатнашасаҡ. Уларға ғәҙел старттар теләйбеҙ. Һәм спортсыларыбыҙҙы өйҙә көтәбеҙ".
Радий Хәбиров тағы бер посында сираттағы еңеүселәрҙе ҡотланы:
"Башҡорт спортсыларының яңы паралимпия рекорды! Анна Крившина һәм Илнур Ғарипов һуҡырҙар спортында (йөҙөү, 4х100 метрлыҡ микэстафета, ирекле стиль) алтын миҙал яуланы! Ҡотлайым!"
Фото: https://vk.com/radiyhabirov