

Башҡортостанда III “Самрау” һауала йөҙөү фестивале уңышлы үтте. Өс йыл эсендә был сара республиканың ғына түгел, ә тотош илдең иң матур һәм хәтерҙә ҡала торған байрамдарының береһенә әйләнде. “Самрау” тәүге тапҡыр йәй көнө үткәрелде. Быға тиклем ул ҡышҡыһын ғына ойошторола ине.
Фестиваль 23 августа Өфөлә башланды. Баш ҡалабыҙға Түбәнге Новгород, Йошкар-Ола, Төмән, Яр Саллы, Һамар, Сочи, Серпухов, Истра, Мәскәү яҡтарынан командалар килде. Аҙна буйы 10 шар республиканың күркәм тәбиғәтле төрлө урындарында һауала йөҙҙө.
– “Самрау” инде өсөнсө йыл күп ҡунаҡтарҙы йәлеп иткән туристик тамаша булараҡ таныла. Байрамда пилоттар ғына түгел, республика халҡы, ҡунаҡтары ҡатнашыуы ла бик мөһим. Улар күккә күтәрелеп, Башҡортостандың матур күренештәренә һоҡланды, – ти Башкортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туканова.
Ҡояш байыған күркәм мәлдә республиканың баш ҡалаһынан беренсе аэростаттар һауаға күтәрелде. Эҫе булыуға ҡарамаҫтан, пилоттар осоштарҙы уңышлы атҡарып сыҡты. 25 августа командалар “Торатау” конгресс-холы яғына осто. Бында улар “Йәш һөнәрмәндәр” (ВорлдСкиллс Рәсәй) милли чемпионатында ҡатнашыусыларҙы тәбрик итте. Һауа шарҙары Әбйәлил, Белорет райондары биләмәләрен, “Торатау” геопаркын да гиҙҙе. Ә кисә ете аэростаттан торған төркөм Өфөнөң Шакша биҫтәһе өҫтөнән осто. Был фестивалдең тамамланыуын белдергән сара ине.
“Самрау-2021”ҙе ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Һауала йөҙөү спорты федерацияһы, Башкортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: бөтә саралар ҙа санитар-эпидемиология талаптарына ярашлы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru