Спорт һәм туризм
2 Сентябрь 2021, 15:00

"Гагарин кубогын көтәбеҙ!"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселәре менән осрашып, уларға Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгелендә уңыштар теләне.

"Гагарин кубогын көтәбеҙ!""Гагарин кубогын көтәбеҙ!"
"Гагарин кубогын көтәбеҙ!"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселәре менән осрашып, уларға Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгелендә уңыштар теләне.

"Йола буйынса, миҙгел алдынан йыл да осрашабыҙ. Ул быйыл үҙенсәлекле булырға тейеш, сөнки команданың икеләтә юбилейы: клубты булдырыуға - 60, Гагарин кубогын алыуыбыҙға ун йыл. Байтаҡ ваҡыт үткән, тимәк, икенсе Кубокка ла ынтылырға мөмкин, - тине Радий Хәбиров. - Командабыҙ бик шәп, тренерҙар коллективы тәжрибәле. Һәм беҙҙә - иң тоғро көйәрмәндәр".

Республика етәксеһе Башҡортостанда хоккейҙың матди хәлен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленгәнен билдәләне.

"Эш сәфәре менән ҡайҙа ғына булһам да, урында йәшәүселәр боҙ һарайы төҙөүҙе һорай. Быйыл "Ишембай-Арена"ны астыҡ. Киләһе йыл Октябрьский ҡалаһындағы ошондай төҙөлөштө тамамлайбыҙ. Баймаҡта боҙ һарайын проектлайбыҙ, Яңауылда ла бындай эш башлана, - тине Радий Фәрит улы. - Бар республика буйынса боҙ ареналары һәм хоккей ҡаптары төҙөйәсәкбеҙ".

Уның белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте хоккей клубына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәк.

"Пандемия сәбәпле, үткән йыл барыбыҙ өсөн дә еңел булманы. Шулай ҙа беҙ бер нисә компания менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Һәм ныҡлы ышаныс бар: быйыл "Салауат Юлаев" һис ниндәй иҡтисади ҡатмарлылыҡ кисермәйәсәк. Команда үҙенең әҙерлек кимәлен генә хәстәрләһен, башҡаһы - беҙҙең бурыс", - тине республика Башлығы.

"Салауат Юлаев"тың баш тренеры Томи Ламса иһә быйыл хоккейҙың ҡыҙыҡлы буласағына ышаныс белдерҙе. "Команда көслө. Үткән миҙгел иһә дөрөҫ һығымталар яһарға ярҙам итте. Беҙҙә тәжрибәле уйынсылар ҙа, өмөтлө йәштәр ҙә бар. Һәр көн ныҡышмал хеҙмәт иткәндә, һөҙөмтә буласаҡ", - тине ул.

Республика Башлығы санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү зарурлығы тураһында иҫкәртте. Атап әйткәндә, трибунала көйәрмәндәр битлектә булырға тейеш. Клубтың генераль директоры белдереүенсә, команда составы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең 99 проценты коронавирустан прививка яһатҡан.

Хоккейсылар республика етәксеһенә ярҙам һәм ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе. Команда капитаны Григорий Панин Радий Хәбировҡа юбилей уңайынан әҙерләнгән хоккей формаһын бүләк итте, ә Тему Хартикайнен исемле сәкән бирҙе.

"Салауат Юлаев"тың яңы миҙгелдә беренсе матчы Ҡаҙағстандың "Барыҫ"ы менән уларҙа 3 сентябрҙә була. Үҙ боҙобоҙҙа тәүге уйын иһә 9 сентябрҙә көтөлә - командабыҙ "Спартак"ты (Мәскәү) ҡабул итәсәк.

Яңы миҙгел башланыр алдынан осрашыу тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. "Гагарин кубогын көтәбеҙ, уның өсөн көрәшәсәкбеҙ!" - тип белдерҙе ул.

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас