Спорт һәм туризм
3 Сентябрь 2021, 07:35

Беҙҙекеләр һынатмай!

Башҡортостандан 14 спортсы Токиола үткән Паралимпиадала уйындарына үҙ көсөн һынай. 5 сентябргә тиклем барған Уйындарҙа республикабыҙҙан Аделина Рәзетдинова, Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Артур Сәйфетдинов (йөҙөү), Григорий Андреев, Сергей Петриченко, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова (еңел атлетика), Елена Прокофьева һәм Дмитрий Лавров (өҫтәл теннисы), Альберт Камалов һәм Никита Нагаев (фехтование) ҡатнаша. Бөгөнгө һанда миҙал яулаған спортсыларыбыҙ менән таныштырабыҙ.

Йөҙөүселәребеҙ йәнә еңде

Республикабыҙҙан Анна Крившина һәм Илнур Ғарипов йөҙөүҙә – микс-эстафетала Рәсәй спортсылары Дарья Пикавлова һәм Владимир Сотников менән берлектә алтын миҙал яуланы.

Илебеҙҙең дүрт спорт­сыһы 100 метр арауыҡҡа ирекле стилдә йөҙөү буйынса беренселекте яулап ҡына ҡалманы, Паралимпия рекордын да ҡуйҙы. Улар был арауыҡты 3 минут 53,79 секундта үтте. Икенсе урынға – Бразилия (3.54,95), өсөнсө урынға Украина (3.55,15) спортсылары сыҡты.

Яҡташыбыҙ Анна Крившина өсөн был икенсе миҙал булды. Быға тиклем ул 50 метр арауыҡҡа ирекле стилдә йөҙөүҙә икенсе урынды алғайны. “Көмөш миҙал яулағандан һуң кәйефем төшкәйне, был еңеүҙән һуң еңел булып китте, – тип белдергән Анна Крившина ТАСС мәғлүмәт агентлығына. – Был хаҡта һөйләшкәйнек, тик барыбер күңелдә еңеү яулағы килгәйне һәм тап алтын миҙал өсөн көрәшәсә­гебеҙгә ышанғайным. Һәр беребеҙҙең ҡулынан килгәнде эшләйәсәген белә инек. Алтын миҙал – ул импровизация, кураж һәм хеҙмәт һөҙөмтәһе”.

Афарин, Аделина!

25 августа Аделина Рәзетдинова 100 метр арауыҡҡа брасс стилендә йөҙөүҙә бронза миҙал яуланы.

Туймазынан 21 йәшлек Аделина Рәзетдинова – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Ул терәк-хәрәкәт ағзалары зыян күргәндәр араһында бронза миҙал яуланы (SB8 категорияһы). Аделина – Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мас­теры, Европа чемпионатында бронза миҙал яулаусы, илебеҙҙә терәк-хәрәкәт ағзалары  зыян күргән спортсылар ара­һында күп тапҡыр чемпион. Башҡорт­остандың паралимпия резервы Спорт адаптацияһы мәктәбендә күнекмәләр үткәрә. Тренеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Трухачев.

Салауат егете – икенсе урында

25 августа 100 метр арауыҡҡа ирекле стилдә йөҙөүҙә Андрей Николаев көмөш миҙалға лайыҡ булды.

20 йәшлек Андрей Николаев – Салауат ҡалаһы егете. Ул ике тапҡыр донъя чемпионатында еңгән һәм бронза миҙал яулаған, Европа чемпионатында ике тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ булған.

Андрей Николаев терәк-хәрәкәт ағзалары зыян күргәндәр араһында йөҙөү спорты буйынса күп тапҡыр ил чемпионы булып та­ныл­ған. Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Ул Салауат ҡалаһындағы “Салауатинвест” ябыҡ ак­ционерҙар йәмғиәтендә кү­некмәләр үткәрә. 2008 йылда йөҙөү менән шөғөлләнә башлаған. 2018 йылдан – Рәсәйҙең Паралимпиада буйынса йыйылма коман­даһында. Тренеры – Фәнил Кирәев.

Тәүге ынтылыштан уңышҡа өлгәште

Быға тиклем Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан өҫтәл теннисы буйынса спортсылар Паралимпия уйындарында көс һынап ҡарағаны юҡ ине.

 Быйыл иһә спортсыларыбыҙ ҡат­нашып ҡына ҡалманы, хатта был спорт төрөндә беренсе урынды яуланы. Шулай итеп, Елена Прокофьева алтын миҙалға лайыҡ булды. Хәл иткес алышта республикабыҙ спортсыһы Франциянан Леа Фернены еңде. Матч Елена фай­ҙаһына 11:4, 8:11, 11;8, 11:5 иҫәбе менән тамамланды. Спортсыбыҙҙың тренеры – Ольга Байракова.

“Был – алтынға тиң көмөш...”

Анна Крившина – күреү һәләте зыян күргәндәр араһында  йөҙөү спорты буйынса донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе. Төрлө приздарға лайыҡ булған.

Ул Токиола ирекле стилдә 50 метр арауыҡҡа йөҙөүҙә икенсе урын яуланы (27,07 секунд). Беренсе урынға Бразилиянан Мария Каролина Гомес Сантьяго сыҡты, өсөнсө урында – Италиянан Шарлотта Джилли.

Әйткәндәй, Анна Крившина – халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Тренеры – Игорь Тверяков. “Был – алтынға тиң көмөш миҙал. Уның миҙалы – иң ауырҙарҙың береһе. Бер нисә кластан күп кеше ярышты. S12 класынан спортсы еңде. Ә Анна – S13 класынан. Үҙенең төркөмөндә беренсе урынды яулар ине. Өҫтәүенә, ҡыҙҙарҙың һөҙөмтә айырмаһы ла ҙур түгел”, – тип белдерҙе тренер.

Рекорд ҡуйҙы!

Богдан Мозговой терәк-хәрәкәт ағзалары зыян күргән спортсылар араһында арҡала 100 метр арауыҡҡа йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы.

 Ул – йөҙөү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. 20 йәшлек егет 1 минут 01,65 секунд һөҙөмтә күрһәтеп, Паралимпия рекордын ҡуйҙы. Белоруссиянан Егор Щелканов – көмөш, Австриянан Тимоти Ходж бронза миҙалға лайыҡ булды.

Богдан Мозговой 2005 йылдан йөҙөү менән шөғөлләнә башлаған. 2017 йылда уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры” тигән маҡтаулы исем бирелгән. 2019 йылда Лондонда донъя чемпионатында алтын һәм бронза миҙал яулаған. Тренеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Трухачев.

Бөгөн, 3 сентябрҙә, Богдан йәнә команда ярыштарында үҙ көсөн һынай.

Бронза миҙал яуланы

Никита Нагаев фехтование менән 19 йылдан ашыу шөғөлләнә. 2017 йылдан – Рәсәйҙең Паралимпия йыйылма командаһы составында.

 Спортсы Паралимпия уйындарында терәк-хәрәкәт ағзалары зыян күргәндәр араһындағы фехтованиеның рапира төрөндә бронза миҙал яуланы. 

Өфө егете “Локомотив” физкультура-спорт йәмғиәтендә фехтование менән шөғөлләнә башлаған. Беренсе тренеры – Галина Иванова. Әле Никита Өфөләге Фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәрә. Тренеры – Фәрит Арыҫланов. 

Спортсы Башҡортостан физкультура институтын тамамлаған. Ул илебеҙҙең кадеттар һәм йәш үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында фехтование буйынса донъя һәм Европа чемпионаттарында ҡатнашҡан, тик тубығының йәрәхәтләнеүе һөҙөмтәһендә коляскала шөғөлләнеүгә күсергә мәжбүр булған. Никита Нагаев – фехтование буйынса спорт мастеры.

 -  Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас