Спорт һәм туризм
6 Сентябрь 2021, 15:30

"Синергия" етәкселегенән - юғары баһа

“Башҡортостанға тағы ике ҙур сараны үткәреү бурысы тора. Старт сифатлы, яҡшы булды. Һәр ваҡыт яҡшыраҡҡа ынтылырға урын бар". 

"Синергия" етәкселегенән - юғары баһа"Синергия" етәкселегенән - юғары баһа
"Синергия" етәкселегенән - юғары баһа

“Башҡортостан етәкселеге спортты үҫтереү йәһәтенән бик әүҙем” тип белдерҙе “Синергия” корпорацияһы вице-президенты Кристина Колесникова республика Башлығы Радий Хәбировтың “Матч ТВ” телеканалына биргән интервьюһына бәйле. Ул шулай уҡ Өфөлә үткән Спорт көрәше буйынса донъя беренселеген ойоштороу кимәленә лә юғары баһа бирҙе.

“Миңә һәм коллегаларыма Башҡортостанда булыу бәхете тейҙе. Беҙ ярыштарҙы уҙғарыу кимәле, сифаты менән бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Бөтәһе лә ундай чемпионаттарҙың Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи кеүек шарттар тыуҙырылған ҙур ҡалаларҙа үтеүенә өйрәнгән. Башҡа төбәктәр “ҡыуып етә алмаған” шарттарҙа ҡала килде, сөнки ойоштороу һәм әҙерлек мәсьәләһендә халыҡ-ара кимәлгә етеү ауыр ине.

Һәм бына Өфө тотто ла үҙенә ҡарата спорт ҡалаһы, республиканың спорт баш ҡалаһы тигән ҡараш булдырыуға өлгәште. Чемпионаттың фирма стилен, әҙерлек кимәлен, сама менән тейешле саралар ойоштороуын, Өфө һәм республика менән таныштырған экскурсияларҙы айырым билдәләп үткем килә. Мин Өфөлә тәүге тапҡыр булдым, бай мәғлүмәт алдым һәм ҙур ҡәнәғәтлек менән бында тағы киләсәкмен”, - тине Кристина Колесникова.

Вице-президент Башҡортостандың юғары мөмкинлектәргә эйә булыуын, уҙған сараларҙың кимәле сик түгеллеген билдәләне. “Башҡортостанға тағы ике ҙур сараны үткәреү бурысы тора. Старт сифатлы, яҡшы булды. Һәр ваҡыт яҡшыраҡҡа ынтылырға урын бар. Башҡортостандың Спорт министрлығы менән беҙ “Рәсәй – спорт дәүләте” форумында осрашып, киләсәктә тормошҡа ашырасаҡ проекттар тураһында фекер алышасаҡбыҙ”, - тине Кристина Колесникова.

Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас