Спорт һәм туризм
6 Сентября 2021, 15:00

“Спорт балала иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй”

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, коллективҡа тренер-уҡытыусы килеү менән уҡыусыларҙың тәртибе ыңғай яҡҡа үҙгәрә, аныҡ маҡсаттары барлыҡҡа килә, өлгәш сифаты яҡшыра.

“Спорт балала иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй”“Спорт балала иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй”
“Спорт балала иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй”

Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили: “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала ҙур спорт сараларын балаларҙың киләсәге хаҡына – уларҙы спортҡа ылыҡтырыу, яңы офоҡтар асыу, маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү өсөн уҙғара”, - тип төбәк Башлығының “Матч ТВ” телеканалына биргән интервьюһына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Ул шулай уҡ республикала боҙ ареналары, спорт менән шөғөлләнеү өсөн башҡа комплекстар төҙөлөүенә ыңғай баһа белдерҙе.  

“Әлбиттә, һәр объектта Олимпия чемпионы әҙерләү бурысы ҡуйылмай. Спорт балала иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй: яуаплылыҡ, тәртип, ололар тарафынан һалынған традицияларға тоғролоҡ”, - тине Михаил Мамиашвили.

Ул, статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, коллективҡа тренер-уҡытыусы килеү менән уҡыусылар тәртибенең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе тураһында ла әйтте. “Балаларҙың өлгәш сифаты яҡшыра, аныҡ маҡсаттары барлыҡҡа килә", - тине.

Михаил Мамиашвили мәктәптәргә “класс менән класс”, “мәктәп менән мәктәп” төрөндәге ярыштарҙы индерергә индереү кәрәклеген дә билдәләне. “Бер коллектив булыу, иңде-иңгә ҡуйыу тойғоһо балаларҙы берләштерә, команда рухы барлыҡҡа килтерә, лидерлыҡ һәләттәрен үҫтерә. Был мауыҡтыра. Бөгөн ундай алымдар бик аҙ”, - тип билдәләне Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты.

Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас