Спорт һәм туризм
6 Сентябрь 2021, 08:45

Спортсылар аҡсаларын тиҙ арала аласаҡ

Алтын яулағанға – ике миллион һум, көмөш өсөн – 1,5 миллион һәм бронза өсөн бер миллион һум түләнә. Тренерҙары был сумманың яртыһын аласаҡ.

Спортсылар аҡсаларын тиҙ арала аласаҡСпортсылар аҡсаларын тиҙ арала аласаҡ
Спортсылар аҡсаларын тиҙ арала аласаҡ

Токиола Паралимпия уйындары тамамланды. Рәсәй унда дөйөм команда миҙал иҫәбендә дүртенсе урын яуланы. Ҡытай, Бөйөк Британия һәм АҠШ спортсыларынан ғына ҡалыштыҡ. Беҙҙең спортсылар 36 алтын, 33 көмөш һәм 49 бронза миҙал яуланы. Бында Башҡортостан вәкилдәре лә ҙур өлөш индерҙе. Улар биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал алды.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа спортсыларға тиҙ арала тейешле түләүҙәрҙе бирергә ҡушты.

– Олимпиада һәм Паралимпиада алдынан ғына миҙалдар өсөн түләүҙәр суммаһын күтәргәйнек, был бик яҡшы. Беҙҙә йөҙөү буйынса мәктәп көслө, тренерҙарға рәхмәт. Биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙалыбыҙ - Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә ҙур өлөш. Спортсылар тиҙ арала аҡсаларын алһын, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда Паралимпиадалағы миҙалдар өсөн түләнгән аҡса Олимпиаданыҡынан айырылмай. Алтын яулағанға – ике миллион һум, көмөш өсөн – 1,5 миллион һәм бронза өсөн бер миллион һум түләнә. Тренерҙар был сумманың яртыһын аласаҡ.

Бынан тыш, Радий Хәбиров спортсыларыбыҙ илгә ҡайтҡас, улар менән осрашырға теләк белдерҙе.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас