

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Матч ТВ” телеканалына республикалағы спорт тормошо, был тармаҡтың үҫеш йүнәлештәре тураһында биргән интервьюһына ҡарата билдәле спортсы, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы тәрбиәләнеүсеһе, “Сочи” командаһының элекке һаҡсыһы Никита Щитов та үҙ фекерен белдерҙе.
“Бөгөн Салауат Юлаев” хоккей клубына бик күп балалар йөрөй. Ата-әсәләр улдарын алып килә. Әммә шуны аңларға кәрәк: уларҙың барыһы ла спорт йондоҙҙары булып китә алмай, - тине “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмә барышында Никита Щитов. – Башҡортостанда бассейндар, башҡа төрлө спорт объекттары төҙөлөүе маҡтауға лайыҡ. Йәш быуын йөҙөүгә лә, теннисҡа ла, баскетболға ла йөрөһөн. Юғиһә социаль селтәрҙәрҙә лә күберәк хоккей менән футбол тураһында һөйләйбеҙ. Киң мәғлүмәт саралары башҡа спорт төрҙәрен дә алға ебәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. Был йәһәттән Радий Хәбировтың “Матч ТВ” телеканалына биргән интервьюһы бик тә әһәмиәтле”.
Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.