

Баймаҡ ҡалаһының "Шторм" баскетбол командаһының даны элек-электән киң таралған. Унда шөғөлләнгән ҡыҙҙар бер нисә йыл Рәсәй буйынса беренселекте бирмәне.
Баймаҡтың бер нисә быуын баскетболсыларын тәрбиәләгән алдынғы тренерҙар Ринат Муҡаев, Евгения Путенихина һәм Екатерина Салеева етәкселегендәге "Шторм" был юлы ла һынатманы. Анапа ҡалаһында алты көн дауамында "2021 - Бәрхәт миҙгеле" Бөтә Рәсәй баскетбол фестивалендә ҡатнашып, егеттәр командаһы өсөнсө урынды яуланы.
Юрий Фертиков "Шторм"дың иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләнде. Марат Хоҙайғолов иһә иң яҡшы бишәү иҫәбенә инеп, "2021 - Бәрхәт миҙгеле" Бөтә Рәсәй баскетбол фестиваленең үҙәк уйынсыһы тип танылды.
"Шторм"дарҙы ҡотлайбыҙ, йәнә оло еңеүҙәр теләйбеҙ.
Белешмә өсөн: был баскетбол фестивале Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары араһында йыл да ойошторола.
Фото: "Баймакский вестник".