

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте, тау-урмандары, шифалы күлдәре элек-электән туристарҙы үҙенә йәлеп иткән һәм һоҡландырған. Кем генә республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Шүлгәнташ мәмерйәһен, Мораҙым тарлауығын, Асылыкүл, Яҡтыкүл, Талҡаҫ күлдәрен, Нөгөш һыуһаҡлағысын һәм шул иҫәптән Сибай карьерын белмәй?!
Инвестһабантуйҙа үтәсәк бер майҙансыҡ - "Рюкзак аҫтында" тип атала. Был проекттың маҡсаты - социаль селтәрҙә фекерҙәр һәм ресурстар лидерҙарын, блогерҙарҙы йәлеп итеп, Рәсәй һәм донъя буйынса әүҙем туризмды алға этәреү. Башҡортостандың эске туризмын үҫтереү, уны донъяға танытыу буйынса блогерҙар ниндәй юҫыҡта эш алып бара, нисек эшләргә кәрәк икәнлеген форумда ҡатнашыусыларҙы танылған блогер, республиканың амбассадоры Рәис Ғәбитов таныштырасаҡ. Ул туристарҙы Башҡортостанға йәлеп итеүҙең өс сәбәбен билдәләй:
- Беренсеһе - ул Евразияның йөрәге, был Мәскәүҙән самолетта ике сәғәт арауығында осоу. Икенсеһе - бер үк ваҡытта бер нисә туризм төрө менән танышырға мөмкин. Уларға йылға буйлап йөҙөү, Урал тауҙарына күтәрелеү, шифаханаларҙа дауаланыу, тау саңғыһында шыуыу, аттарҙа һыбай йөрөү инә. Өсөнсөһө - Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтың ҡунаҡсыллығы, улар һис шикһеҙ ҡымыҙ һәм башҡорт балы менән һыйлаясаҡ, - ти билдәле блогер.
Фото:rgo.ru