Спорт һәм туризм
9 Сентябрь 2021, 09:30

Әгәр Радий Хәбиров тотонһа...

Максим Чудов Башҡортостанда саңғы спорты төрҙәрен популярлаштырыу юлын атаны. 

Әгәр Радий Хәбиров тотонһа...Әгәр Радий Хәбиров тотонһа...
Әгәр Радий Хәбиров тотонһа...

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә журналистарҙан тыш йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм төрлө билдәле кешеләр ҙә ҡатнашты. Уларҙың береһе Олимпия уйындары призеры, Башҡортостандың биатлон һәм тау саңғыһы федерацияһы рәйесе Максим Чудов ине. Ул беҙҙең спорт яратҡан Башлыҡҡа уның яңы төрҙәре биатлон һәм тау саңғыһын да үҙләштерергә тәҡдим итте.

Радий Фәрит улы фекеренсә, әгәр һаулыҡ бар икән, һәр саҡ яңы нәмәләр өйрәнеп ҡарарға кәрәк.

– Мин конькиҙа йөрөй башланым. Аҙаҡ Красников спидвей менән шөғөлләнергә тәҡдим итте һәм мин разалаштым. Тик аҙаҡ бер кеше спидвейҙа  билгә көсөргәнеш ныҡ төшә һәм ауыртҡан арҡа өсөн был спорт ауыр тине. Ә биатлон һәйбәт, унда көсөргәнеш ҙур түгел тине. Мин яҡшы атам, һәм әгәр мөмкинлек булһа, үҙемде спорттың был төрөндә лә һынап ҡарағым килә, – тине ул.

Максим Чудов белдереүенсә, тау саңғыһы хәүефһеҙ спорт төрө. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда саңғы спорты төрҙәрен популярлаштырыу өсөн бик яҡшы пиар-алым да.

– Әгәр һеҙ саңғыға баҫһағыҙ, “Рәсәй саңғыһы”нда бик күп кеше ҡатнашасаҡ, – тине Максим Чудов. – Ул саҡта бик күп район хакимиәттәре башлыҡтары ла үҙҙәрендә был спорт төрөн үҫтереүгә ыңғай ҡараясаҡ. Беҙ иһә республикала яңы чемпиондар үҫтереү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас