

Спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында еңел атлетиканы популярлаштырыу һәм ГТО нормаларын тапшырыу кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырған “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә арнала.
18 сентябрҙә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында Бөтә Рәсәй “Милләттәр кросы” үткәрелә. Спорт байрамы 11 сәғәт 30 минутта башлана. Унда ҡатнашыусылар 1200 метр араны йүгереп үтәсәк. Ғәҙәттәгесә, сарала дөйөм белем биреү ойошмаларында, лицей, гимназия, колледж, техникум һәм юғары уҡыу йорттарында уҡығандар, төрлө ойошмалар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм йүгереүсе һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша. Призлы урындарҙы яулағандар Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы грамоталары, миҙалдары һәм кубоктары менән бүләкләнәсәк.
“Милләттәр кросы”нда ҡатнашыу өсөн табип тарафынан раҫланған белешмә менән ғаризаны баш ҡала райондарының береһе хакимиәтенә йәки йүгереү көнөндә ярыштар урынында тапшырырға кәрәк. Сара “Роспотребнадзор” талаптарын күҙәтеп үткәреләсәк.
Әйткәндәй, 2019 йылдан алып “Милләттәр кросы” Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән һәм тормошҡа ашырылған “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектының бер өлөшө булып тора. Уның маҡсаты – 2024 йылдан Рәсәйҙә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын илдәге халыҡтың дөйөм өлөшөнән 55 процентҡа тиклем арттырыу.
- Айһылыу НИЗАМОВА.