Спорт һәм туризм
10 Сентябрь 2021, 07:54

“Беҙҙе тауҙар саҡыра”

Йүгереү йәнде ял иттерә, тынысландыра.

АвторАвтор
Фото:Автор

Биш саҡрым йүгергән кеше – дуҫтары, ун саҡрымды йүгергәне – үҙ-үҙе, ә 15 саҡрымдан артыҡ араны йүгереп үткәне Аллаһ Тәғәлә менән аралаша, был ваҡытты ул тулыһынса үҙенә бағышлай: спортсылар араһында ошондай һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Бының дөрөҫлөккә тап килеүен Ҡырмыҫҡалы ауылынан спорт һөйгән ғаилә – Тамара менән Филарит Вәхитовтар яҡшы белә. “Йыраҡ араны уҙыу өсөн рухи көс кәрәк, әммә йүгергәндә һәм унан һуң кисергән хис-тойғо йәнде ял иттерә, тынысландыра һәм гармония өҫтәй”, – ти улар бер тауыштан.

Эйе, һуңғы арала күптәребеҙ аҙ хәрәкәт­ләнә, һәр ваҡыт машинаға ултырып йөрөй­бөҙ. Ә Вәхитовтар быға зарлана алмай. Марафондар, тауҙарға йүгереп менеүҙәр – былар уларҙың тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Эйе-эйе, бер нисә тиҫтә километрлыҡ йүгереү марафондарында ҡатнашыуҙан тыш, улар скайраннинг, йәғни тауҙарға йүгереп менеү менән дә әүҙем шө­ғөлләнә. Иң тәүҙә 2017 йылда Оло Ирә­мәл­де “яулайҙар” – 13 километрҙы артылалар.

– Тауға йүгереп менеүҙең ғәҙәти мара­фондарҙан айырмаһы шунда: һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың датаһы күсерелмәй, йәғни ямғыр яуһа ла, буран булһа ла, алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа өл­гәшәбеҙ. Ирәмәлгә икенсе тапҡыр Белорет районы аша мендек – 46 саҡрым араны үттек. Ҡойоп яуған ямғыр бер кемде лә туҡ­тат­маны. Ауырыманыҡ. Һауа торошо  наса­рыраҡ булған һайын, спортсыларҙың ҡомары арта, – тип һөйләй Филарит Мансур улы.

Ғаилә фотоальбомын ҡарайым. Ҡайҙа ғына булмаған, ниндәй генә марафонда ҡат­наш­маған улар! Бына Филарит Вәхитовтың Эльбрустың түбәһендә төшкән фотоһы, бында Ҡырмыҫҡалы районының флагын ҡаҙап ҡуйған ул. Ҡырғыҙстанда урынлашҡан Ленин сусағы Эльбрустан да бейегерәк икән – 7134 метр тәшкил итә.

Ә был фото Екатеринбургта төшөрөлгән. Унда спорт һөйгән яҡташыбыҙ 100 саҡрым араны йүгереп үтә! Спортсыларға һыу кисергә лә, һаҙлыҡ аша үтергә лә тура килә.

Вәхитовтарға төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулағаны өсөн бирелгән миҙалдар һанап бөткөһөҙ. Һәр береһен ҡәҙерләп һаҡлай, ваҡыты-ваҡыты менән ҡарап алып, күңелле миҙгелдәрҙе хәтергә төшөрә улар.

– Был ярыштарҙа, марафондарҙа Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәренән ҡатнашалар. Шуныһы ҡыуаныслы: спорт менән дуҫ булған йәштәр күп. Улар ғаиләләре, балалары менән килә. Ата-әсәһе йүгергән ваҡытта балалары ҡараулы, улар өсөн бар шарттар булдырылған. Бынан тыш, кескәйҙәр өсөн 100, 200 метр араға бәләкәй уҙыштар ойошторола. Был саралар һабантуй кеүек була. Йүгереү генә түгел, бер-берең менән аралашыу, дәртләндереү күңелде ыңғай тәьҫо­раттар менән байыта. Шул тиклем көс-дәрт, энергия туплап ҡайтабыҙ. Шунан тағы ике аҙна тирәһе ошо тәьҫораттар тулҡы­нын­да йә­шәйбеҙ әле, – ти көлөп Тамара Витальев­на. – Ә һуңынан икенсе марафонға әҙерләнә, үҙ-үҙебеҙҙе сыныҡтыра башлайбыҙ.

Күнекмәләргә яуаплы ҡарай ғаилә. Спортта шунһыҙ булмай ҙа. Филарит Мансур улы былтыр урамға сығып йөрөү тыйылған осорҙа ихатаһында тиҫтәләрсә саҡрым йүгерә. Тамара Витальевна иһә көн һайын иртән 10 саҡрым араны йәйәүләп үтә, хәҙер бер нисә йыл инде скандинавса атлау менән шөғөлләнә. “Мин скандинавса йөрөй башлағас, кешеләр аптырай, хатта көлә ине. Хәҙер инде был спорт төрөнөң популярлыҡ яулауы һөйөнөслө”, – ти ул.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Вәхитовтар спорт менән хаҡлы ялға туҡтағас ҡына дуҫлаша. Тағы бер ҡыҙыҡлы шөғөлдәре бар әле. Улар – морж, йәғни һалҡын һыуға сумырға яраталар. Барыһы ла 2010 йылда Красноусол ауылындағы һалҡын бассейн менән танышыуҙан башлана. Һалҡын һыуға сумыу оҡшап киткәс, унда аҙна һайын бара улар. Шунан Өфөләге Якутов исемендәге паркка йөрөйҙәр.

Хәҙер инде сумып ҡына ҡалмайҙар, 300 метрға тиклем араны йөҙөп үтәләр. “Таныш­тарыбыҙҙың береһе хатта өс айлыҡ улын һыуға сумдырып ала. Был шөғөл иммунитетты күтәрә, ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, энергия бирә, организмды йәшәртә”, – ти Вәхитовтар.

Ысынлап та, мәҡәләм геройҙарының икеһенә лә үҙҙәренең йәшен биреп булмай – матурҙар, энергиялары ташып тора. Ә бит уларға ҡайғының иң ауырын кисерергә тура килә – улдары Валерий 19 ғына йәшендә хәрби хеҙмәтен үтәгән саҡта Чечняла һәләк була... Был йөрәк яраһының һыҙлауы баҫылырлыҡ түгел, ләкин Вәхитовтар төшөнкөлөккә бирелмәй.

Улар районыбыҙҙың яугир-интернационалистары менән бәйләнеште өҙмәй, йыл һайын бергә “Опаленные строки” хәрби-патриотик һәм авторлыҡ йыры, шулай уҡ “Салям, бача” фестивалдәрендә ҡатнаша.

Вәхитовтарҙан “Быйылға ниндәй пландарығыҙ бар, ниндәй марафондарҙы үтергә уйлайһығыҙ?” тип һорайым. Уларҙың яуабы миңә бик оҡшаны. “Беҙ план ҡорорға  яратмайбыҙ. Үҙебеҙҙең күңелгә ятҡан шөғөл менән булабыҙ, һәр көндән йәм табып йәшәйбеҙ. Ҡапыл теләгебеҙ тыуһа, ҡайҙалыр – марафонғамы, ниндәйҙер тауғамы сәйә­хәткә сығып китәбеҙ. Ә гәзит уҡыусыларға ихлас күңелдән спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итәбеҙ. Көн һайын, һауа торошо ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йәйәү йөрөргә тырышығыҙ”, – тине улар.

 

- Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.

 

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас