Спорт һәм туризм
10 Сентябрь 2021, 07:45

Гагарин кубогын яуларға ышаныс бар

Уҙған кесе йомала Рәсәйҙә сираттағы хоккей миҙгеле асылды.

24 команда Гагарин кубогы өсөн көрәш башланы.

3 сентябрҙә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионаты сиктәрендә Екатеринбургта “Автомобилист” менән осрашты.

Юлаевсы Теему Хартикайнен беренсе осорҙоң 31-се секундында уҡ иҫәпте асты. Уға хоккейсыларыбыҙ Сакари Маннинен менән Маркус Гранлунд ярҙам итте. Ете минуттан һуң юлаевсы Александр Кадейкин хужалар ҡапҡаһына сираттағы шайбаны индерҙе. Өсөнсө шайбаны иһә Дмитрий Шикин һаҡлаған “Металлург” ҡапҡаһына Сакари Маннинен “оҙатты”. Бер минуттан командабыҙ хоккейсыһы Джефф Плэтт иҫәпте “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:1 итте.

7 сентябрҙә юлаевсылар Магнитогорск ҡалаһында “Металлург” командаһы менән көс һынашты. Был матчта ареналағы секторҙарҙың береһендә “Локомотив” командаһының 44 шарфы эленгәйне, көйәрмәндәр ҙә “Беҙ хә­терләйбеҙ” тигән баннер тотҡайны: теүәл ун йыл элек авиаһәләкәттә тап шунса кеше һәләк булды. Матч та ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән спортсыларҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алыуҙан башланды. Әйткәндәй, тап ошо йылда “Металлург”тың баш тренеры Илья Воробьёв та Ярославль клубы системаһында эшләгән икән.

Ике команда матчына килгәндә, улар һуңғы айҙа дүрт тапҡыр осрашһа ла, регуляр чемпионат сиктәрендә беренсе тапҡыр уйнаны. Юлаевсыларҙан Николай Кулемин, Алексей Пустозеров, Артем Пименов, Данил Башкиров, Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд һәм Александр Кадейкин гол индерҙе. Әйткәндәй, Теему Хартикайнен 369-сы мәрәйен туп­ланы һәм Континенталь хоккей лига­һында иң шәп фин хоккейсыһы тип танылды. Матчтан һуң “Салауат Юлаев” командаһының баш тренеры Томи Ламса: “Көслө хоккейсылар ҡапҡаһына ете шайба индерҙек. Барлыҡ дүрт звеноның да шәп уйнауы еңеү яуларға ярҙам итте”, – тип белдерҙе. 

2010/11 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев” Гагарин кубогын яулағайны. Хоккейсыларыбыҙҙың, “Металлург”ты 7:2 иҫәбе менән ҡыйратҡандан һуң, был еңеүҙең ҡабатланырына ышаныс артты.

9 сентябрҙә “Салауат Юлаев” коман­даһы “Спартак” менән осрашты.

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас