Спорт һәм туризм
10 Сентябрь 2021, 07:47

Көйәрмәндәр юлбарыҫты һайлаған

Бөтә Рәсәй Волейбол федерацияһы.Бөтә Рәсәй Волейбол федерацияһы.
Фото:Бөтә Рәсәй Волейбол федерацияһы.

2022 йылда Рәсәйҙә волейбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Матчтар Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Ярославль, Ҡазан, Екатеринбург, Новосибирск, Красноярск, Кемерово һәм Өфө ҡалаларында буласаҡ. Турнир 26 августа башланасаҡ тип көтөлә.

 Амур юлбарыҫы баш ҡала­быҙҙа ойоштороласаҡ ярыш­тарҙың талисманы буласаҡ. Был йылғыр, сос, хәрәкәтсән йәнлек өсөн көйәрмәндәрҙең 45,9 проценты тауыш биргән. “Талисман ябай юлбарыҫ түгел, ә Амур юлбарыҫы. Ул Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән, был һирәк йән­лекте һаҡлап алып ҡалыу өсөн ҙур эш алып барыла”, – тип белдергәндәр Бөтә Рәсәй Волейбол федерацияһында. 

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас