Спорт һәм туризм
10 Сентябрь 2021, 04:25

Радий ХӘБИРОВ: “Мин бөтә малайҙарға ла көрәш менән шөғөлләнергә тәҡдим итер инем”

cmk.sucmk.su
Фото:cmk.su

Башҡортостандың баш ҡала­һында йәш үҫмерҙәр араһында барған Көрәш буйынса донъя беренселеген күптәр ҡыҙыҡ­һы­нып күҙәтте. Турнирҙың дөйөм команда иҫәбе буйынса Рәсәй еңеү яуланы: туғыҙ алтын, ике көмөш һәм һигеҙ бронза миҙал. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Матч ТВ” телеканалына бир­гән интервьюһында әлеге турнир һөҙөмтәләре, ғөмүмән, спорт, Өфөлә уҙған донъя кимәлендәге ваҡиғалар һәм Башҡортостан тәжрибәһен илгә таратыу тураһында һөйләне. Һеҙҙең иғтибарға ошо әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

 – Өфөлә йәш үҫмерҙәр ара­һында Көрәш буйынса донъя бе­рен­селеге үтте. Һеҙҙең тәьҫо­раттарығыҙ ниндәй?

– Матур иҫтәлектәр, яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы һәм “Роспотребнадзор” идаралығынан колле­галарыбыҙ билдәләүенсә, ярыштар бик юғары кимәлдә ойошторолдо.

Был сара Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй спорты донъя­һында сағыу ваҡиға булды. Йәш үҫмерҙәр араһындағы донъя беренселеге илебеҙҙә тәүге тапҡыр үткәрелде, беҙ үҙебеҙгә ниндәй яуаплылыҡ һалынғанлығын яҡшы аңлай инек.

Дөйөм команда иҫәбендә Рәсәй беренсе урын яуланы. Грек-рим көрәше буйынса илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан ике егеттең ҡатнашыуы шәхсән үҙем өсөн икеләтә әһәмиәтле булды. Улар алтын миҙал яуланы. Был – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ.

Мин йыш ҡына эштәремде, ҡарарҙарым­ды анализлайым. Әлбиттә, бала саҡтан са­ғыштыр­маса етди рәүештә спорт менән шө­ғөл­ләнеүем эҙемтәһен бирмәй ҡалмай. Спорт – ул тәртип, үҙеңә һәм мөмкинлек­тә­реңә ышаныс, башҡарған эшеңә аныҡ баһа, нин­дәйҙер кимәлдә хатта еңмешлек. Яңғыҙ ярыш төрҙәре коллектив спорттан нимәһе менән айырыла? Бер танышымдың һүҙҙәре менән әйткәндә: күп кеше уйнағанда “хәйлә­ләп ҡалырға” ла мөмкин. Әгәр яңғыҙың ке­ләм­гә сығып баҫаһың икән, был осраҡта инде артҡа сигә лә, ҡурҡа ла, ҡул һелтәп ҡа­рай ҙа алмайһың. Мин бөтә малайҙарға ла спорттың ошо төрө менән шөғөлләнергә тәҡдим итер инем.

– Бөгөн республикала көрәш нисек үҫешә?

– Мин көрәш менән шөғөл­ләнгән мәлдә республикабыҙҙа данлы тренерҙар плеяда­һы бар ине. Ул ваҡытта был беҙҙең өсөн ҙур өҫтөнлөк булды. Ә хәҙер хәлдәр нисек? Беҙҙе ир-егет, спортсы итеп тәрбиәләгән тренерҙар олоғая, бер-бер артлы хаҡлы ялға китә. Улдарыбыҙға атайҙы ла, өлкән иптәште лә, кәңәшсене лә алмаштыра алырлыҡ яңы тренерҙар быуынын тәрбиәләү бик мөһим. Заманында остаздарыбыҙ беҙҙең өсөн тап шундай кешеләр ине. Был – бөгөн алып барған эштәргә аңлатма.

Элек барыһы ла бик ябай ине, хәҙерге замандағы экипировка ла булманы. Мин үҙемдең тәүге ярышымды, тәүге тапҡыр кө­рәш келә­менә сығыуымды яҡшы хәтерлә­йем. Махсус аяҡ кейемебеҙ ҙә булманы, нәскиҙә йәки чешкиҙа көрәшә инек. Көрәш өсөн триколар ҙа һатылманы. Хәҙер хатта келәмдәр ҙә башҡа: бик тиҙ йәйелә, йыйып алына.

Минең өсөн профессионалдар тәрбиәләү түгел, ә мөмкин тиклем күберәк балаларҙы көрәшкә йәлеп итеү мөһимерәк. Тап шуға күрә беҙ, Рәсәй Спорт көрәше федера­ция­һының тәҡдимен хуплап ҡабул итеп, “Мәктәптәргә – спорт көрәше” проектын башлап ебәрҙек. Ул әле республиканың 62 мәктәбендә тормошҡа ашырылды ла инде. Йәғни мәктәп программаһына ярашлы билдәле сәғәттә улар ҡарамағында – көрәш келәме, махсус әҙерлек үткән тренер һәм кү­некмәләр. Балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Шәхсән үҙем бер нисә мәктәптә булдым, был эштең яҡшы үҫешә барыуы күренеп тора.

Беҙҙең пландар бик ҙур. Әле 62 мәктәптә көрәш менән шөғөл­ләнәләр. Был – Рәсәй бу­йынса әлеге программаға ингән төбәктәр араһында иң ҙур һан. 2024 йылға спорт кө­рә­ше менән шөғөлләнгән мәктәптәр һанын 200-гә еткерергә ниәтләйбеҙ. Ундай ихтыяж бар.

– Токиолағы Уйындарҙа Башҡортостан спортсылары фехтование буйынса уңышлы сығыш яһаны. Республикала был спорт төрөн артабан үҫтереү буйынса ниндәй пландар бар?

– Республикабыҙҙағы фехтование мәктәбе көслөләрҙән һанала. Бында тренерҙарҙың, балаларҙы тәрбиәләгән энтузиастарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙә спорттың ошо төрө менән меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Шуны ла әйтергә кәрәк, фехтование тотош республикала танылыу алмаған, бары тик ике ҡалала – Өфөлә һәм Нефтекамала ғына үҫешкән.

Беҙҙең фехтование оҫталары­ның – та­ныл­ған спортсыларҙың һәм уларҙың тре­нерҙарының, Фехтование федерацияһының күптән­ге, моғайын, 10 – 15 йыл дауамын­дағы, хыялы бар – үҙебеҙҙең Фехтование һарайын төҙөү. Олимпиада йомғаҡтары буйынса Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу барышында улар миңә ошо һорауҙы бирергә теләне, әммә мин уларҙы бүлдерҙем һәм: “Була! Төҙөйәсәк­беҙ!” – тип яуап бирҙем. Әлбиттә, әле финанс йәһәттән көсөргәнешле мәл, әммә аҡса табасаҡбыҙ. 2024 йылға был объектты тапшырырға тырышасаҡ­быҙ. Беҙҙең фехтование оҫталары быға лайыҡ.

– Уҙған Олимпиадаға бәйле иң сағыу хәтирәләрегеҙ?

– Мин беҙҙең волейболсы егеттәрҙең көйәрмәне булдым. Күңелемдән барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләндем, матчтарҙы ҡараным. Мәҫәлән, Бразилия спортсылары менән ниндәй сағыу уйын булды!

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы гандболда алтын миҙалға бер аҙым ғына ҡалған ине. Миңә уйын ныҡ оҡшаны, шуға күрә еңелһәк тә, ауыр тойғо булманы.

Һәм, әлбиттә, көрәш. Һәр алышты тигәндәй ҡараным. Заур Угуевҡа һоҡландым, финал алдынан алышта еңелдем тигәндә лә, ниндәйҙер тиңһеҙ ихтыяр көсө менән алға сыҡты.

Мин үҙем өсөн иң сағыуҙары булып иҫтә ҡалған мәлдәргә генә туҡталдым. Мәҫәлән, синхронлы йөҙөүселәр еңеүҙәр менән шатландырҙы. Художестволы гимнастиканы бигүк ҡарағым килмәне. Айырыуса судьяларҙың дәғүәле хөкөм итеүенә бәйле хәлдәр башланғас.

Дөйөм алғанда, мин арыу уҡ йәшәгәнмен һәм байтаҡ Олимпиа­даларҙы ҡараным. Быныһына килгәндә инде, тамашасыһыҙ Уйындар – бик насар күренеш. Башҡаса ундай Олимпиадалар булмаҫ, тип өмөтләнәм.

– Республикала паралимпия хәрәкәте нисек үҫешә?

– Беҙ илдең паралимпия йыйыл­ма коман­даһы составын булды­рыуҙа алдынғыларҙың береһе һаналабыҙ, тип әйтергә мөмкин. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында бик яҡшы тренерҙар командаһы һәм спортсылар әҙерләү системаһы барлыҡҡа килде. Үҙ мәлендә билдәле паралимпия спортсыһы Рима Баталова ил Президентына: “Беҙгә паралимпия үҙәге кәрәк”, – тип мөрәжәғәт иткәй­не. Ошо арҡала 2019 йылда майҙаны 38 мең квадрат метрға тиң ҡеүәтле Спорт әҙер­леге үҙәген сафҡа индерҙек. Унда шөғөл­ләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Шулай итеп, беҙҙә матди, методик база ла, тренерҙар ҙа, иң мөһиме – сағыу спортсылар, күп һанлы рекордсмендар, Паралимпия уйындары чемпиондары бар.

– Алдағы йылдарҙа Башҡорт­остан волейбол буйынса донъя чемпионатын һәм “Еврази­ада”ны ҡабул итәсәк. Әҙерлек нисек бара?

– Волейболға килгәндә, бер йыл дауамында әҙерлек алып барабыҙ. Әлбиттә, социаль объекттар төҙөү­гә ҡағылышлы бик ҙур планда­рыбыҙ бар ине. Әммә, белеүегеҙсә, коронавирусҡа бәйле күп кенә уй-ниәттәрҙе үҙгәртергә тура килде. Әле беҙҙең ҡарамаҡта Волейбол һарайының әҙер проекты бар. Мин уны Бөтә Рәсәй волейбол федера­цияһына ла күрһәттем, бик оҡшат­тылар. Урын да һайлағанбыҙ. Стартҡа рөхсәт биреп, төҙөлөштө башларға ғына кәрәк. Был һарайҙы 2022 йылға төҙөп бөтөрбөҙ, тип өмөтләнгәйнем, әммә, үкенескә ҡаршы, килеп сыҡманы. Ә, дөйөм алғанда, республикала чемпионатты уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бындай ярыштарҙы үткәреү йәһәтенән тәжрибәбеҙ ҙә етерлек.

“Евразиада”ға килгәндә, уны уҙғарыу өсөн ныҡ тырыштыҡ. Евразия халыҡтары ассамблеяһы, Евразияның йәмәғәт ойошмалары менән бергә эшләнек. 2025 йылда “Евразиада”ны үткәреү буйынса шәхсән үҙем бер нисә тапҡыр илдең Спорт министр­лығына мөрәжәғәт иттем.

Башҡортостан Евразияның йөрәгендә урынлашҡан. Шуға күрә Евразия дәүләттәрен берләштергән сараларҙы тап Өфөлә үткәрергә теләр инек. Беҙҙә спорттың ҡышҡы һәм йәйге төрҙәре өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура бар. Әле һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, спорт төрҙәрен билдәләйбеҙ. Был да сағыу, ҡыҙыҡлы сара булыр, тип ышанам.

– Башҡортостан – Рәсәйҙә спорт ҡо­ролмалары һаны буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Быға нисек өлгә­ш­тегеҙ һәм артабанғы пландарығыҙ ниндәй?

– Был ысынлап та шулай. Ул – Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафынан теүәл мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән белешмә. Әммә был минең генә хеҙмәтем түгел. Башҡортостандың элекке етәксе­ләре – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, Рөстәм Зәки улы Хәмитов һәм мин дә спорт объекттары төҙөүгә һәр ваҡыт айырым иғтибар бүлдек һәм бүләбеҙ. 20 йыл элек райондарҙа физкультура-һауыҡты­рыу комплекстары юҡ ине – улар төҙөлдө. Әле һәр муниципалитетта бассейн булһын өсөн тырышабыҙ. Хәҙер райондар үҙҙәрендә боҙ стадиондары булдырыуҙы һорай. Әлеге мәлдә ике боҙ аренаһы төҙөлөшө бара.

Даими төҙөлөш алып барыу – әлбиттә, сығымдар талап иткән эш. Әммә республи­кабыҙ ҙа ҙур – дүрт миллиондан ашыу халҡы бар. Ошо үҙе үк спорт ҡоролмаларының күп булыуына ихтыяжды барлыҡҡа килтерә. Әммә булғаны ғына етмәй әле, шуға күрә был өлкәлә эшләргә лә эшләргә.

Беҙҙә футбол манежы төҙөлә. Йыл аҙағында тағы бер матур спорт объектын – Гимнастика үҙәген тапшырабыҙ. Спорт көрәше үҙәге төҙөлөшөнә тотонабыҙ. Планда – Волейбол һарайы төҙөлөшө. Райондарҙа тағы 14 бассейн төҙөйһө бар әле.

– Республикала балалар һәм күмәк халыҡ спорты нисек үҫешәсәк?

– Әгәр ҙур ҡалаларҙы алып ҡара­һаҡ, уларҙа секциялар һаны етерлек. Балалар спорттың төрлө төрҙәре, хатта донъяла һәм илдә яңы барлыҡҡа килгәндәре менән дә шөғөлләнә ала. Муниципали­теттарҙа спорттың традицион төрҙәрен үҫтерәбеҙ, уларҙа шарттар бар.

Ҡатмарлыҡ тыуҙырған икенсе мәсьәлә борсой: күмәк халыҡ спорты яҡшы тренер булған ерҙә үҫешә. Баланы спортҡа, физкультураға ылыҡтырыу – ҙур сәнғәт ул. Ошо йүнәлештә лә эшләйбеҙ. Беҙҙә Башҡортостан физик культура институты бар. Тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһын булдырҙыҡ. Йәш кеше ауыл ерендә эшләһен өсөн фатир һатып алыуға, ипотеканы ҡаплауға, автомобиль алыуға йәки квалификация күтә­реүгә 600 мең һум күләмендә аҡса бирәбеҙ. Ошондай юлдар менән тренерҙарҙы һәм инструкторҙарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Ауыл­дарҙа ла балалар хоккей, футбол, йөҙөү, көрәш, бокс менән шөғөл­ләнергә теләй. Тренерҙар етешмәй, быны яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә уларҙың социаль статусы, матди ярҙам тураһында уйлай башланыҡ, сөнки эш хаҡтары ҙур түгел.

“Ауыл тренеры” программаһы тураһында бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең спорт министры Олег Васильевич Матыцин менән дә һөйләштек. Әле ул был программаны Рәсәй күләмендә ғәмәлгә индереү буйынса Хөкүмәт менән берлектә эш алып бара. Ул саҡта беҙгә лә еңелерәккә тура киләсәк. Әгәр федераль кимәлдә аҡса бүленһә, ярҙам алған тренерҙар­ҙың һанын арттырырға мөмкин буласаҡ.

 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

Читайте нас