Спорт һәм туризм
10 Сентябрь 2021, 07:48

Юбилейға – үҙенсәлекле бүләк

Белеүебеҙсә, “Салауат Юлаев” хоккей клубы быйыл 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо иҫтәлекле дата уңайынан илдәге банктарҙың береһе иҫтәлекле көмөш тәңкә сығарған.

 Яратҡан командабыҙ 25 ноябрҙә тыуған көнөн билдәләй. Теүәл 60 йыл элек хоккейсыларыбыҙ беренсе тапҡыр рәсми матчта боҙға сыҡҡан. Ошо үҙенсәлекле юбилей айҡанлы әҙерләнгән тәңкә ифрат үҙенсәлекле. Уның бер яғында клубтың логотибы булһа, икенсеһендә башҡортса “Өфө” тип яҙылған һәм республиканың символы –  ҡурай тажы төшөрөлгән.

Көмөш тәңкәнең тиражы – 750 дана. Уны банк бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин.

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас