

Бөгөн баш ҡалала Халыҡ-ара Өфө марафоны үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. Аҙаҡ ул социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Марафонда ниндәй ҙә булһа дистанцияны үтеү һәр кемдең ҡулынан килә, бөгөн сираттағы тапҡыр быға инандым. Һәр ваҡыттағыса янымда йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә йүгерҙе. Бөтәһе лә яҡшы кәйефтә булды һәм бер-береһенә ярҙам итте. Һис шикһеҙ, спорт кешеләрҙе берләштерә.
Бөгөн унда ҡатнашҡан һәр кем марафон рухын тойҙо һәм был эште артабан да дауам итер тип ышанам. Шулай уҡ йүгереүгә туғандарын һәм яҡындарын да йәлеп итер тип уйлайым.
Бөгөнгө сараның тағы бер файҙаһы – хәйриә йыйыуы. Унда ҡатнашыусылар аҡса бирә һәм Өфөнөң хәйриә фондтарының береһендәге балаларға ярҙам итә алды. Былтыр, пандемия арҡаһында был сара ҡыҫҡартылған форматта үтһә лә, ойоштороусылар 700 мең һумдан ашыу аҡса йыя алғайны. Быйыл күпме булғандыр, билдәле түгел, әле һынамағандар, тик былтырғынан күберәк булғандыр тип уйлайым.
Быйыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Спорт линияһы буйынса Хөкүмәт ҙур эш алып бара. Был ҙур саралар комплексы – инвентарь алыуҙан башлап күп төрлө спорт саралары үткәреүгә тиклем, шулай уҡ ҙур спорт объекттарын төҙөү ҙә. Башҡортостанды иң уңайлы төбәк итергә вәғәҙә биргәс – беҙ быны эшләйәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.