

Бөгөн баш ҡалала етенсе тапҡыр Өфө халыҡ-ара марафоны үтте. 2, 5, 10, 21,1 һәм 42,2 километрлыҡ биш дистанцияға дүрт меңдән ашыу кеше сыҡты.
Марафонда ҡатнашҡан кешеләр араһында етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та бар ине. Ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Ауыр булманы, әммә дөрөҫөн әйткәндә, мин һуңғы тапҡыр май аҙағында Стәрлетамаҡта йүгергәйнем. Унан һуң шөғөлләнер өсөн ваҡыт булманы. Һуңғы ике аҙна эш сәфәрҙәрендә үтте. Тәүлегенә 3-4 сәғәт кенә йоҡланым. Бөгөн генә Көньяҡ Уралдан ҡайттым, кисә унда һуңға тиклем халыҡ менән осраштым. Бөгөн йүгерҙем дә”, – ти ул.
Депутат белдереүенсә, хәле бөтөп, ауыр мәлдә уға ҡурай моңо ярҙам иткән.
“Беләһегеҙме миңә нимә ярҙам итте? Хәлем бөткәс ишетеп ҡалдым: ҡурай уйнай. Яҡутов паркында йәш егет матур итеп башҡорт халыҡ көйөн уйнай ине. Ул миңә көс бирҙе һәм мине туҡтатып булмай ине. Шулай булғас, барыһы ла яҡшы! Спорт менән шөғөлләнегеҙ, Өфө йүгерә, Алға Башҡортостан!”, – тине ул.
Фото: Башинформ.