Спорт һәм туризм
13 Сентябрь 2021, 15:45

Велобайрам ҡала халҡын берләштерә

Благовещенда етенсе тапҡыр “БЛАГОbike” традицион велофестивале үткән.

Велобайрам ҡала халҡын берләштерәВелобайрам ҡала халҡын берләштерә
Велобайрам ҡала халҡын берләштерә

Благовещенда етенсе тапҡыр “БЛАГОbike” традицион велофестивале үткән. Уны даими рәүештә СИБУРҙың “Изге эштәр формулаһы” конкурсы еңеүсеһе – “Башҡортостан кванториумы – СИБУР” балалар технопаркы ойоштора.

Фестиваль йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Сараға быйыл 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Был ике йыл элекке менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Араларында өс йәшлек балалар ҙа, 70 йәштән өлкәндәр ҙә булған.

Йолаға ярашлы, сара велоуҙыштан башланған. Ҡатнашыусылар финишҡа килеп еткәс, фестиваль тантаналы асылған. Бында уларҙы конкурстар, байрам сәхнәһе һәм дәртле музыка көткән. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Олег Голов сәләмләгән.

Артабан бай программа башланған: костюмдар конкурсы, кросс-кантри уҙышы, самокатта ярыш, велосипедта фигуралы йөрөү һәм башҡалар. Мәҫәлән, ғаилә велокалейдоскопы бәйгеһендә 39 ғаилә – ата-әсәләр һәм уларҙың балалары ярышҡан. Иң сағыу конкурс - “Веломода” тип атала, унда йәш сикләүе юҡ. Кросс-кантрила ҡатнашыусылар ҡаршылыҡлы трассаны тиҙлеккә үткән. “Велотормоштан бер көн” бәйгеһенә теләгән һәр кем велотемаға үҙ фотоһүрәтен ебәрә алған. Самокат ярыштарында ла кеше күп ҡатнашҡан.

Теләгәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Уларҙа ғилми уйынсыҡ эшләргә, һүрәт төшөрөргә мөмкин булған.

“Сара бик яҡшы ойошторолған, ул велосипедты экологик транспорт төрө булараҡ популярлаштырыу, ғаилә велоспортын үҫтереү һәм ирекмәнлек мәҙәниәтен арттырыуға йүнәлтелгән. Бындай саралар сәләмәт тормош алып барған әүҙем кешеләрҙе берләштерә”, – тигән байрам ҡунағы, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Һәр этапта еңеүселәрҙе приздар көткән. Ә төп бүләк – велосипед - хужаһы лотерея уйыны аша билдәләнгән. Ул 3-сө мәктәп уҡыусыһы Станислав Зыряновҡа эләккән. “Йыл һайын дуҫтарым менән фестивалгә киләбеҙ, ваҡытты бик күңелле итеп үткәрәбеҙ. Беҙҙең ҡалала велоспортты үҫтереүҙәре, сәләмәт тормошҡа ынтылыуҙары өсөн шатмын”, – тигән малай.

Фото: Благовещен ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас