

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Юғарыға хәрәкәт” концепцияһы менән үтәсәк яңы спорт миҙгелен асыуҙа ҡатнашты, шулай уҡ респубиканың “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатына старт бирҙе. Ул Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге нигеҙендә эшләй.
Лига Рәсәйҙә сентябрҙән алып апрелгә ҡәҙәр бара, алты этаптан тора: мәктәп, муниципаль, дивизиональ, төбәк, конференциялар финалы һәм суперфинал. Үҙ төбәктәрендә еңгәндәр Волга буйы федераль округы финалына юлланасаҡ. Суперфиналда еңгән командалар, үҙ сиратында, ULEB Евролигаһының “Дүртәү финалы”на барып, Европаның иң көслө баскетбол клубтары уйынын ҡарай аласаҡ.
Уйын миҙгеле башланыу менән ҡотлап, А.Назаров баскетболдың иң популяр спорт төрҙәренең береһе икәнен әйтеп үтте. “Статистика шуны раҫлай: был уйын төрө спортсылар һаны буйынса футбол менән волейболдан ҡала өсөнсө урында тора. Ә был бөтә республика буйлап 140 меңдән ашыу атлет, тигәнде аңлата”, – тине ул.
Премьер-министр “Уфимец” баскетбол клубының Суперлиганың ирҙәр командаһы араһындағы Рәсәй беренселегенә әҙерлек барышындағы асыҡ күнекмәһенә лә барҙы. Ул республиканың баскетбол үҫешенә ярҙамын билдәләп үтте һәм Башҡортостан мәктәптәре өсөн спорт ҡорамалдарына сертификаттар тапшырҙы.
Артабан Р.Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә кәңәшмә булды, ул республикала һөнәри һәм күмәк баскетболды үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Башҡортостанда был спорт менән 60 меңләп кеше шөғөлләнә, тип билдәләне Хөкүмәт етәксеһе. Шулай ҙа хәл итә торған һорауҙар бар әле.
“Беренсенән, беҙҙә спорт ҡоролмалары һәм майҙансыҡтары етмәй. Булғандарының да күбеһе заман талаптарына яуап бирмәй. Икенсенән, беҙҙә балалар-үҫмерҙәр һәм күмәк баскетболды үҫтереүгә аҡсалата ярҙам кәмерәк. Төрлө профилле белгестәрҙе – тренерҙарҙы, судьяларҙы, менеджерҙарҙы дәртләндереү механизмы ла юҡ. Ошо арҡала кадрҙарға ҡытлыҡ килеп сыға. Өсөнсөнән, “Уфимец” клубын финанслауҙа ла ҡатмарлыҡтар бар. Бөтә был мәсьәләләр оператив һәм системалы рәүештә хәл итеүҙе талап итә”, – тине А.Назаров.
Кәңәшмәлә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов баскетболды Башҡортостандағы төп спорт төрҙәренә индерергә тәҡдим итте. Был, министр әйткәнсә, әлеге спорт төрөнә финанс ярҙамын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Ул шулай уҡ республикала студенттар спортын үҫтереү мөһимлеген дә әйтеп үтте.
”Студенттар араһында баскетболды үҫтереү кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә, ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырырға булышлыҡ итер ине”, – тине Р. Хәбибов.
А.Назаров был башланғыстарҙы хуплап, яуаплы структураларға мәсьәләләр өҫтөндә ентекле эшләргә ҡушты.
Башҡортостандың Баскетбол федерацияһы вице-президенты, “Уфимец” клубының генераль директоры Сергей Медведев һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан – мәктәп балаларының баскетбол менән шөғөлләнеүе буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Мәктәп лигаларында 140 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. “Үҫеп килгән быуын өсөн “Уфимец” клубы өлгө булып тора. Беҙҙең төп маҡсат – Суперлиганың ирҙәр командалары араһындағы ил чемпионатында тәүге баҫҡыстарҙы биләү”, – тине ул.
Кәңәшмәне тамамлап, А.Назаров Башҡортостанда баскетболды үҫтереүгә артабан да ҙур иғтибар бүленәсәген белдерҙе. Яҡын арала был спорт төрөн үҫтереүгә ҡағылышлы программа камиллаштырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 – 2020 йылғы миҙгелдә “Уфимец” командаһы Беренсе дивизиондың Суперлигаһы чемпионатында беренсе тапҡыр ҡатнашты һәм Рәсәй Кубогының 1/8 өлөшөнә барып етте, финалдың 1/16 өлөшөндә сенсация яһаны – турнирҙың фавориты “Спартак-Приморье” командаһын еңде. 1-се Суперлигала Өфө командаһы, 10 еңеүгә өлгәшеп, таблицаның 11-се баҫҡысына етте. Миҙгелдең яңы вирусҡа бәйле пандемия арҡаһында ваҡытынан алда тамамланғанын да билдәләп үтергә кәрәк.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news