

16 сентябрҙә “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Куньлунь Ред Стар” командаһы менән осрашты.
Матчтағы иҫәпте һөжүм итеүсе Алексей Пустозеров асты. Һуңғараҡ юлаевсылар иҫәбенә Николай Кулемин йәнә бер шайба өҫтәне. Өсөнсө шайбаның хужаһы Александр Лазушин булды. Дүртенсене – Петр Хохряков, бишенсеһен Сергей Шмелев ҡунаҡтар ҡапҡаһына сәпәне.
Шулай итеп, “Салауат Юлаев” командаһы еңеү серияһын дауам итә. Сираттағыһы баш тренер Томи Ламсаның (һүрәттә) тыуған көнөнә ҙур бүләк булды. Шәмбе, 18 сентябрҙә, юлаевсылар үҙ боҙонда Минскиҙың “Динамо”һы менән осрашасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.