

Рәсәйең төрлө мөйөштәренән үҫмерҙәр – барлығы 30-ҙан ашыу команда – Өфөгә автомобилдәрҙә тиҙлек маневрын яһау һәм үҙҙәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен күрһәтеү өсөн йыйылды.
Жюри ағзалары яуаптарҙы һәм, ҡайышты эләктереүҙән алып, автомобилгә идара итеүгә тиклем һәр хәрәкәтте баһалай. Еңеүселәрҙе төрлө кубоктар, миҙалдар, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Автомобилдәрҙә күпалыш – йәштәр араһында автомобиль спорты буйынса ярыштар ул. Тап бына ошондай сараларҙан үҙ карьераһын күп кенә шәп уҙышсылар, мәҫәлән, Виталий Петров, башлаған. Беренсе Бөтә Рәсәй йәштәр автоалышы чемпионаты иһә 1996 йылда үткәрелгән.
Фото: Рәсәй Мәғариф министрлығы.