Спорт һәм туризм
16 Сентября 2021, 18:00

Уларҙың уңыштары - йәштәргә өлгө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Токиола үткәрелгән XVI йәйге паралимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсылар һәм уларҙың тренерҙары менән осрашты.

Уларҙың уңыштары - йәштәргә өлгөУларҙың уңыштары - йәштәргә өлгө
Уларҙың уңыштары - йәштәргә өлгө

16 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Токиола үткәрелгән XVI йәйге паралимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсылар һәм уларҙың тренерҙары менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең йыйылма командаһына республикабыҙҙан 14 вәкил ингәйне. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан спортсылар 12 награда – биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.

- Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Рәсәйҙең Спорт министрлығы етәкселеге рәсми булмаған еңеүселәр рейтингында дүртенсе урын яулаған башҡорт спортсыларының дөйөм еңеүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы, - тине Радий Хәбиров. – Уңыштарығыҙ аша беҙгә, ә тәү сиратта балаларға һәм йәштәргә маҡсаттарға ныҡышмалылыҡ, ҡаһарманлыҡ менән өлгәшергә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәһегеҙ. Күбегеҙ – республиканың ҙур булмаған ҡалаларынан, уларҙа спорт әҙерлеге юғары уҡ кимәлдә ойошторолмауы мөмкин. Холҡоғоҙ, ихтыяр көсөгөҙ менән планетаның көслө атлеттары араһында булыу хоҡуғын иҫбатланығыҙ. Наградаларығыҙ – һәр спортсы өсөн юғары награда! Һеҙгә, тренерҙарығыҙға һәм остаздарығыҙға ҙур рәхмәт. Тотош республика менән һеҙҙең өсөн борсолдоҡ.

Спортсы-паралимпиясылар Токиола үткәрелгән ярыштар һәм ил йыйылма командаһы составында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу хаҡында тәьҫораттарын еткерҙе.

Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командалары өлкән тренеры Игорь Тверяков республикала Паралимпиадаға әҙерлекте юғары баһаланы.

"Үҙәктәге киң бассейн, беҙҙең өсөн “тығыҙ” 25 метрлыҡ һыу трассаларынан тыш, Токиола мөмкинлектәребеҙҙе асыуҙа ҙур роль уйнаны", - тине Паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең йөҙөү буйынса халыҡ-ара спорт мастеры Илнур Ғарипов.

Спортсылар һәм тренерҙар Өфөлә Паралимпия резервы мәктәбе базаһында спорттың адаптив төрҙәре үҫеше буйынса төбәк методик үҙәген ойоштороу, шулай уҡ ябыҡ еңел атлетика манежы төҙөлөшө хаҡында һорашты.

Башҡортостан Башлығы республиканың Спорт министрлығына Паралимпия резервы адаптив үҙәген төҙөү тураһында тәҡдимдәрҙе әҙерләргә һәм федераль бюджеттан ябыҡ еңел атлетика манежы төҙөлөшө өсөн финанслау мөмкинлеген эшләргә ҡушты.

- Республика спорттың адаптив төрҙәрен иҫәпкә алып, уҡытыусыларҙы әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнә, - тине Радий Хәбиров. – Шулай итеп, яҡын йылдарҙа был белгестәргә ҡытлыҡ бөтәсәк. Бынан тыш, ҙур спорт объекттарын әүҙем проектлайбыҙ һәм күтәрәбеҙ, муниципаль стадиондарҙы үҙгәртеп ҡорабыҙ, республика ҡалаларында, район үҙәктәрендә бассейндар, боҙ майҙансыҡтары төҙөйбөҙ.

Төбәк Башлығы XVI йәйге паралимпия уйындарында ҡатнашҡандарға һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградалары, аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.

Радий Хәбиров республиканың Спорт министрлығына табиптарҙы, массаж эшләүселәрҙе, Башҡортостан йыйылма командаһын әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙы наградлау тураһында тәҡдим әҙерләргә ҡушты.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас