Спорт һәм туризм
16 Сентябрь 2021, 15:30

“Улар – ысын геройҙар!”

"Токиолағы еңеүҙәре менән был егеттәр һәм ҡыҙҙар, уларҙың тренерҙары беҙҙең Паралимпия хәрәкәтен яңы юғарылыҡҡа күтәрҙе, көстө, ҡаһарманлыҡты хөрмәт итергә, үҙҙәренә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итте".

“Улар – ысын геройҙар!”“Улар – ысын геройҙар!”
“Улар – ысын геройҙар!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Миңә был егеттәр һәм ҡыҙҙар герой икәнлектәрен аңлап етмәне кеүек тойола. Үҙҙәре әйтеүенсә, фотоға төшөргәндә йәки интервью алғанда артыҡ иғтибарҙан уңайһыҙланалар. Ә улар – геройҙар, ысын геройҙар! Токиолағы еңеүҙәре менән был егеттәр һәм ҡыҙҙар, уларҙың тренерҙары беҙҙең Паралимпия хәрәкәтен яңы юғарылыҡҡа күтәрҙе, көстө, ҡаһарманлыҡты хөрмәт итергә, үҙҙәренә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итте.

Паралимпиадала Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың Рәсәй йыйылма командаһына биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал килтереүе – лайыҡлы һөҙөмтә.

Маҡсатыбыҙ – ҡайҙа ғына йәшәмәһен һәм эшләмәһен, һәр кемдең спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар тыуҙырыу”.

Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас