Спорт һәм туризм
17 Сентябрь 2021, 06:05

“Һарыташ” туристарҙы йәлеп итәсәк

gorobzor.rugorobzor.ru
Фото:gorobzor.ru

Ғафури районындағы Еҙем йылғаһы буйында “Һарыташ” туристик базаһы төҙөлөшө дауам итә.

Проект ҡунаҡтар өсөн ете уңай­лы а-фреймдан (каркаслы йорт-ҡыуыш) һәм административ тәғә­йен­ләнешле бер а-фреймдан торған глэмпингтар комплексы сифатында тормошҡа ашырыласаҡ. Был – 2020 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡ ойошторған конкурс еңеүселәре исемлегенә ингән проект. Төбәккә дөйөм грант ярҙамы суммаһы 43 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Проект иһә өс миллион һум күләмендә грант яуланы, финанслау суммаһы – ике миллион һумдан ашыу.

Глэмпингтар комплексын күтә­реү буйынса эштәрҙе быйыл тамамламаҡсылар. Проект рес­публиканың географик үҙәгендә – Ғафури районындағы Еҙем йылғаһы буйында – урынлашҡан.

Глэмпингтан дүрт километр арауыҡта үҙенсәлекле тәбиғәт объекты – Киндерле мәмерйәһе. Ойоштороусылар район биләмәһендә ат экскурсиялары, туристик саралар үткәрергә планлаштыра.

Эшҡыуарҙар уйлауынса, ул эске туризм үҫешенә булышлыҡ итәсәк һәм тәбиғәттә, әммә ҡунаҡхана кеүек шарттарҙа ял итергә яратҡан туристарға ҡулайлы.

Быйыл көҙ Туризм буйынса федераль агентлыҡ эске һәм тышҡы туризм үҫешенә йүнәлтелгән йәмәғәт, эшҡыуарлыҡ башланғыс­тарына грант ярҙамына ғариза­ларға конкурс һайлауын башлай. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостанда ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын киңәй­теү менән ҡыҙыҡһынған йүнсел­дәр­гә консультация ярҙамы күрһәтә.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА,

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас