

Хоккей – ул үҙенә күрә айырым бер тормош, тиҙлек, көрәш, еңеү ҡыуаныстары, бәхет-энергияға солғанған донъя... Был һүҙҙәрҙе һәр көйәрмән, спорт һөйөүсе инҡар итмәҫ, моғайын. Әле лә һәммәбеҙ Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә үҙ көсөн һынаған “Салауат Юлаев” командаһы өсөн янып-көйәбеҙ, борсолабыҙ...
9 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы үҙ боҙонда “Спартак” менән осрашты. Матчтың беренсе осоронда юлаевсылар үҙ ҡапҡаһына шайба индертте, тиҙлектә лә ҡаршы команда хоккейсыларынан ҡалышты. Тәнәфестән һуң улар үҙҙәрен тиҙ ҡулға алды һәм ныҡлап һөжүм итә башланы. Башта командабыҙҙан Андрей Зубарев команда иҫәбенә шайба яҙһа, һуңғараҡ Сергей Шмелев ҡунаҡтар ҡапҡаһына бер шайбаны сәпәне. Әммә шуныһы үҙенсәлекле: икенсе гол индерелгәндә, матч тамамланыуға алты ғына секунд ҡалғайны. Был юлаевсыларҙың – дүртенсе еңеүе, ә “спартак”тарҙың беренсе еңелеүе ине.
11 сентябрҙә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” “Нефтехимик”ка ҡаршы уйнап, уны 5:1 иҫәбенә ҡыйратты. Шулай итеп, Томи Ламсаның командаһы миҙгел башында бишенсе тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Сакари Маннинен дубль эшләһә, Николай Кулемин, Григорий Панин һәм Сергей Шмелев “Спартак” командаһына берәр шайба ташланы. Григорий Панин өсөн был гол дебютҡа әйләнһә, Петр Хохряков һәм Шакир Мөхәмәҙуллин үҙҙәренең беренсе мәрәйҙәрен тупланы.
Тағы шуны әйтеп үтергә кәрәк, ике команда ла был осрашыуға етди әҙерләнгәйне. Сираттағы бишенсе матч юлаевсыларға бишенсе тапҡыр рәттән уңыш килтерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008/09 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев” тәүге дүрт матчта еңеү яулағайны, быйыл иһә юлаевсылар үҙ командаһының Континенталь хоккей лигаһы тарихындағы был ҡаҙанышын үтеп китте. Ошо күрһәткестәр һаҡланыр, еңеү-уңыштар артабан дауам итер, тигән өмөттәбеҙ, командабыҙға уңыштар теләйбеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА