Спорт һәм туризм
17 Сентябрь 2021, 08:52

Көмөш миҙал – беҙҙә!

11-12 сентябрҙә Новосибирскиҙа Александр Нестеренко иҫтәлегенә арналған грек-рим көрәше буйынса турнир үткәрелде.

Был спорт са­раһы Новоси­бир­скиҙа 1996 йылдан ойошторола,  быйыл ул 25-се тапҡыр уҙғарыл­ды. Александр Нестеренко (1965 – 1996)  – “Первомаец” спорт клубына нигеҙ һа­лыусы, Новосибирск өлкәһенең Спорт көрәше фе­дерацияһының вице-президенты.

Спорт ярыштарында донъяның алты иленән – Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Сербиянан, Эстониянан, Белоруссиянан һәм Рәсәйҙең 29 төбәгенән көрәшселәр ҡатнашты. Был сарала Башҡортостан исеменән Нохчо Лабазанов сығыш яһаны. Белеүебеҙсә, ул – Рәсәйҙең спорт мастеры, илебеҙ  чемпионаттарында призлы урындар яулаусы. Турнирҙа Нохчо Лабазанов 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә  көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Әйткәндәй, бындай турнирҙарҙың үткәрелеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас