Спорт һәм туризм
17 Сентябрь 2021, 08:50

Лайыҡлыларға – дәүләт наградалары

Матч-ТВ.Матч-ТВ.
Фото:Матч-ТВ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Олимпиада һәм Паралимпия уйындарында призлы урындар яулаған спортсыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне.

 Улар араһында Башҡортостандан Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан һәм Токиола  алтын миҙал яулаған Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Елена Прокофьева бар. Спортсыларыбыҙға Дуҫлыҡ ордены тапшырылды.

Григорий Андреев, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова I дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары” миҙалы менән наградланды. Улар көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.

Аделина Рәзетдиноваға, Сергей Петриченкоға, Артур Сәйфетдиновҡа, Никита Нагаевҡа II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары” миҙалы тапшырылды. Улар – бронза миҙал хужалары.

Бынан тыш, Олимпиадала фехтование буйынса ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә олимпия чемпионы тип танылған Аделина Заһиҙуллина – Дуҫлыҡ орденына һәм көмөш миҙал хужаһы Тимур Сафин I дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары” өсөн миҙалына лайыҡ булды.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас