

17 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында Рәсәйҙең йәйге биатлон буйынса беренселегенә старт бирҙе. Сараны асыу тантанаһы быйыл 20 йыллығын билдәләгән Өфө биатлон комплексында үткәрелде.
Башҡортостан етәксеһе Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы рәйесе Виктор Майгуровҡа беренселекте тап беҙҙә үткәреү ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, спорттың был төрө үҫешенә тос өлөш индергән тренерҙарға, ветерандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Республикабыҙҙа, ысынлап та, биатлонды яраталар. Бында уның үҫеше һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү өсөн барлыҡ шарттар бар. Шуға Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусыларға Өфөлә уңайлы буласаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙҙең менән - ил намыҫын Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында яҡлаған легендар спортсылар. Бында шулай уҡ 20 йыл элек республиканың баш ҡалаһында “Биатлон” спорт комплексын ойошторғандар бар. Был майҙансыҡ әле лә юғары талаптарға яуап бирә. Спортсыларға матур еңеү теләйем. Улар ҡунаҡсыл Өфөнән йөрәгебеҙ йылыһын, Башҡортостанда булыуҙан йылы хәтирәләр алып ҡайтыр тип ышанам. Уңышлы старттар!
Беренселектең асылыуы менән Рәсәйҙең Биатлон федерацияһы рәйесе, Олимпия уйындарында ике тапҡыр призлы урын яулаған Виктор Майгуров та ҡотланы. Ул Башҡортостан етәкселеге спортҡа, айырым алғанда, биатлонға иғтибар бүлә тип билдәләне.
"Был стадионға, ошо ергә кире әйләнеп килеүемә шатмын. Ваҡытында бында күнекмәләр үткәргәйнек, ярыштарҙа ҡатнашҡайныҡ, - тине Виктор Майгуров. – Ҡыҙҙарға һәм егеттәргә уңыштар теләйем. Һеҙ – киләһе дүрт йылда төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһына резерв.
Виктор Майгуров Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы исеменән Радий Хәбировҡа һәм республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе, төбәктең Биатлон һәм тау саңғыһы федерацияһы попечителлек советы рәйесе Александр Сидякинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Спортсыларға Башҡортостандың дәүләт етәкселәре Александр Сидякин, Ирек Сәғитов, Руслан Хәбибов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова, Олимпия уйындары чемпионы Галина Куклева уңыштар теләне.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә беҙгә легендар спортсыларҙың – Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында призлы урындар яулаған Виктор Майгуровтың, Владимир Барнашовтың, Иван Черезовтың, Галина Куклеваның килеүе, башҡорт биатлонсылары Максим Чудовтың, Александр Бабчиндың, Антон Бабиковтың “йондоҙ” булыуы хаҡында яҙҙы.
Фото: glavarb.ru