

1 – 4 ноябрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге базаһында билбау көрәше буйынса донъя кубогына турнир үткәрелә.
26 илдән 250 тирәһе ҡатнашыусы килер тип көтөлә. Рәсәй йыйылма командаһы составында туғыҙ спортсы Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Улар – Алена Фәтихова, Камилла Елисеева, Юлия Зиновьева һәм ирекле стиль буйынса Булат Мөхтәсимов, Виталий менән Дмитрий Баляновтар, классик стилдә Илфаҡ Ибәтуллин, Артур Зөлҡәрнәев һәм Наил Мөхәмәтйәнов.
Был сараға тиклем республика спортсылары 28 – 31 октябрҙә Ҡазанда билбау көрәше буйынса үткәрелгән донъя чемпионатында үҙ көсөн һынаясаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА