Спорт һәм туризм
19 Сентября 2021, 03:30

Етенсе тапҡыр рәттән еңеү!

“Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатында Минскиҙың “Динамо”һы  менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етенсе тапҡыр рәттән еңеү!Етенсе тапҡыр рәттән еңеү!
Етенсе тапҡыр рәттән еңеү!

“Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатында Минскиҙың “Динамо”һы  менән осрашты.

Матч юлаевсылар иҫәбенә 1:0 менән тамамланды. Берҙән-бер голды Маркус Гранлунд индерҙе. Шулай итеп, командабыҙ етенсе тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Быға тиклем улар “Барыҫ” (5:1), “Автомобилист” (4:2), “Металлург” (7:2), “Спартак” (2:1), “Нефтехимик” (5:1) һәм «Куньлунь Ред Стар” (5:1) командаларын еңгәйне.

21 сентябрҙә “Северсталь” менән осрашыу буласаҡ.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей командаһы.

 

Автор:Айһылыу Низамова