Спорт һәм туризм
21 Сентября 2021, 13:30

“Урал легендаһы” тау курорттары” туристарҙы йәлеп итәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә “Башҡортостандың “Урал легендаһы” тау курорттары” туристик-рекреацион кластеры үҫеше концепцияһы ҡаралды.

“Урал легендаһы” тау курорттары” туристарҙы йәлеп итәсәк“Урал легендаһы” тау курорттары” туристарҙы йәлеп итәсәк
“Урал легендаһы” тау курорттары” туристарҙы йәлеп итәсәк

20 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә “Башҡортостандың “Урал легендаһы” тау курорттары” туристик-рекреацион кластеры үҫеше концепцияһы ҡаралды.

"Эске туризм үҫеше – беҙҙә йәшәгәндәрҙең, сит илгә сыҡмайынса, үҙен уңайлы тойһон өсөн үҫеш нөктәһе, ихтыяж. Республикабыҙ Рәсәйҙә туристик ҡеүәте булған төбәктәрҙең береһе һанала, Көньяҡ Урал ынйыһы тип атала", - тине Премьер-министр.

Ул шулай уҡ туристик хеҙмәттәр баҙарының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу маҡсатында һигеҙ туристик-рекреацион кластер барлыҡҡа килеүе хаҡында әйтте. Уларҙың береһе - “Башҡортостандың “Урал легендаһы” тау курорттары” туристик-рекреацион кластеры - тураһында республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һөйләне.

- “Башҡортостандың “Урал легендаһы” тау курорттары” туристик-рекреацион кластеры биләмәһендә республикаға ҡунаҡтарҙы ылыҡтырыу, сәләмәтләндереү һәм башҡа маҡсатта әһәмиәтле объекттар төҙөүгә ынтылыш юғары, - тине ул. - Әлеге концепция проектты ике этапта тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай. Беренсеһе – Белорет районындағы “Морат” кластерын үҙгәртеп ҡороу һәм һәр миҙгелдә эшләйәсәк 681 номерға иҫәпләнгән “Морат” ғаилә курорты төҙөлөшө. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңы курорт 100 мең тирәһе кешене йәлеп итер тип күҙаллана.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас