

Башҡортостандан ике спортсы – Данил Панов һәм Айвар Ғәфүров – “26th Hungarian Kickboxing World Cup-2021” халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашты.
Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Учалынан кикбоксер Данил Панов йәш үҫмерҙәр араһындағы ярыштарҙа ике алтын миҙал яуланы. Ул һигеҙ алышта Австрия, Украина, Босния һәм Герцеговина, Рәсәй, Венгрия, Италия, Болгария спортсыларын еңде.
Айвар Ғәфүров 84 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендәге ярыштарҙа Германия спортсыһынан ғына ҡалышты һәм икенсе урын яуланы.
- Айһылыу НИЗАМОВА