Спорт һәм туризм
24 Сентябрь 2021, 11:39

Ете тапҡыр еңеү яулағандан һуң...

hcsalavat.ruhcsalavat.ru
Фото:hcsalavat.ru

“Салауат Юлаев” сираттағы уйын миҙгелен Континенталь хоккей лигаһы тарихында бығаса булмағанса яҡшы башланы. Был хәлде күптәр көтмәгәйне.

 Юлаевсылар “Барыҫ” (5:1), “Автомобилист” (4:2), “Металлург” (7:2), “Спартак” (2:1), “Нефтехимик” (5:1), “Куньлунь Ред Стар” (5:1), “Динамо” (1:0) командаларын ҡыйратып, ете тапҡыр рәттән еңеү яуланы.

21 сентябрҙә “Северсталь” менән осрашыуҙан да уңыштар көткәйнек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡманы. Череповец ҡалаһындағы матчта иҫәпте боҙ хужалары асты. Был осрашыуҙа беҙҙән Теему Хартикайнен ғына “Северсталь” ҡапҡаһына бер гол индерҙе. Шулай итеп, сираттағы уйын  “Северсталь” файҙаһына 1:2 иҫәбенә тамамланды.

Кисә “Салауат Юлаев” Санкт-Петербургтың СКА командаһы менән осрашты.

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас