Спорт һәм туризм
24 Сентябрь 2021, 11:43

Сикләүҙәр индереләсәк

soccer.rusoccer.ru
Фото:soccer.ru

Башҡортос­тандың Спорт министрлығы ябыҡ биналарҙа үткәрелгән спорт сараларына көйәрмән­дәр­ҙең йөрөүенә сикләүҙәр индерҙе.

 Был ҡарар “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы менән кәңәшләш­кәндән һуң ҡабул ителгән. Министрлыҡтың матбуғат хеҙ­мәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был сикләүҙәр 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем буласаҡ. “Ошондай кәңәштәр ведомство­ға ҡараған ойошмаларға, спорт төрҙәре федерацияларына, профессиональ спорт ойошмаларына һәм Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә ебәрелде”, – тип әйтелә хәбәрҙә.

Хоккей, футбол һәм волейбол матчтарында көйәрмәндәр һанын сикләү тураһындағы мәсьәлә ҡарала. Министрлыҡ вәкилдәре “Өфө-Арена”ла, “BetBoom-Арена”һәм “Динамо” стадионында максималь ҡаты санитар-эпидемиология талаптарының индерелеү хаҡында ҡарар ҡабул итәсәк.

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас