

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа тауыш биреү йомғаҡтарын иғлан итте.
43-сө Краснохолм һайлау округында шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина иң күп тауыш йыйҙы.
Тамара Танһыҡҡужина – Башҡортостан Шашка федерацияһының башҡарма комитеты рәйесе, 2012 йылдан Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты, 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998), күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001), Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2001) ордендары кавалеры.
- Айһылыу НИЗАМОВА