

Татарстанда 21 йәшкә тиклемге йәш спортсылар араһында РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры М.М. Сәхәбетдинов иҫтәлегенә арналған VII Бөтә Рәсәй грек-рим көрәше буйынса ярыштар үткәрелде.
Республикабыҙҙан Данила Назаров (тренеры – С.И. Саломасов) 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. 77 килограмға тиклемге ауырлыҡта Эрик Шамилов (тренеры – Г.В. Сырцев) бронза миҙалға лайыҡ булды.
Тағы Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Хамзат Дудушев (тренеры – Д.М. Әхмәтйәнов) – 72 килограмға тиклемге ауырлыҡта, 55 килограмға тиклемге ауырлыҡта Аркадий Арекян (тренеры – В.Р. Мөрсәлимов) бишенсе урынды яуланы.
- Айһылыу НИЗАМОВА