

Һуңғы йылдарҙа республикала фехтование ҙур популярлыҡ яулай бара.
Был спорт төрөнөң исеме немец теленән тәржемә иткәндә “һуғышырға”, “көрәшергә” тигән мәғәнәне аңлата. Ысынлап та, фехтованиела һалҡын ҡорал менән оҫта эш итеү, етеҙ һөжүм итеү, сәнсеүҙе кире ҡағыу кеүек алымдар ҡулланыла. Шулай итеп, фехтование – үҙенә күрә яугирлек сәнғәтенең бер төрө ул.
Ошо көндәрҙә Ярославлдә Михаил Бородин иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй рапирала фехтование турниры тамамланды. Әйткәндәй, был ярыштар 1998 йылдан алып ойошторола. Был ваҡыт эсендә турнир ярайһы ғына танылыу яуланы. Быйыл илебеҙҙең 13 төбәгенән – Башҡортостандан, Краснодар крайынан, Курск, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ростов, Һарытау, Свердловск, Смоленск, Ярославль өлкәләренән, Санкт-Петербургтан – спортсылар ҡатнашты.
2005 – 2008 йылғылар араһында Башҡортостандан Ростислав Хамдамов – алтын, Искәндәр Булатов бронза миҙал яуланы. 2007 – 2010 йылғылар араһында Әмир Фәхретдинов өсөнсө урынға сыҡты.
- Айһылыу НИЗАМОВА