

Белеүебеҙсә, октябрҙә Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы 2022 йылда үтәсәк донъя чемпионатына һайлап алыу турнирының ике матчын үткәрәсәк.
8 октябрҙә илебеҙ спортсылары – Словакия, 11 октябрҙә Словения футболсылары менән осрашасаҡ.
Күптән түгел Рәсәй йыйылма командаһының Валерий Карпин етәкселегендәге тренерҙар штабы Словакия һәм Словения командаларына ҡаршы уйнаясаҡ илебеҙ йыйылма командаһы составы менән таныштырҙы. Һөжүм итеүселәр араһында “Өфө” футбол командаһынан Гамид Агаларов та бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гамид Агаларов өфөләр өсөн генә түгел, тотош ил чемпионаты өсөн дә үҙенә күрә бер асышҡа әйләнде, сөнки һигеҙ матчта һигеҙ гол индерҙе. Әле Гамид – чемпионаттағы һөжүм итеүселәр араһында лидер. Ул хатта “Локомотив” командаһының һөжүм итеүсеһе Федор Смоловтан ике голға алда бара. Әйткәндәй, “Өфө” футболсыһы Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составыында ла үҙен яҡшы йәһәттән күрһәтте: ике матчта өс гол индерҙе.
Гамидтың атаһы Руслан Агаларов та заманында “Анжи” командаһы составында билдәле ярымһаҡсы булған. Ул чемпионаттың иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегенә ингән.
- Айһылыу НИЗАМОВА