Спорт һәм туризм
1 Октябрь 2021, 14:30

Кадеттар Ишембайға йыйылды

Сара Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамында үткәрелә.

Кадеттар Ишембайға йыйылдыКадеттар Ишембайға йыйылды
Кадеттар Ишембайға йыйылды

1 октябрҙә Ишембай ҡалаһында Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы базаһында V “Волга буйы кадеттары-2021” кадет корпустары спартакиадаһын асыу тантанаһы булды.

Ярыштар кадеттарҙың белемен арттырыу буйынса эштәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамында үткәрелә.

Быйыл был спартакиада Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Түбәнге Новгород өлкәһе округ кадет корпустарынан 100-ҙән ашыу тәрбиәләнеүсеһен йыйҙы. Сараға эләгеү өсөн ҡатнашыусыларға үҙен уҡыуҙа һәм спортта күрһәтергә кәрәк ине.

Спартакиаданың асылыуы менән Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле исеменән уның йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу департаменты етәксеһе Дмитрий Соловьев тәбрикләне. Кадеттарға шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин теләктәрен еткерҙе.

Ике көн эсендә Спартакиадала ҡатнашыусыларға спорт сараларында, хәрби-спорт, ижтимағи һәм интеллектуаль ярыштарҙа белемен, һәләтен күрһәтергә кәрәк. Иртәгә финал ярыштары һөҙөмтәләре асыҡланасаҡ.

Фото, текст: Ирина Вахонина, Резеда Шәнгәрәева.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас