

“Салауат Юлаев” хоккей командаһының Ярославлдәге матчтарын даими ҡарап барғандар был ҡалала юлаевсыларға уйындың еңел бирелмәгәнлеге хаҡында яҡшы хәбәрҙар. 25 сентябрҙә “Локомотив” менән сираттағы матч та ябай ғына булманы: беренсе уйын осорон өфөләр бик әкрен башланы, хатта үҙ ҡапҡаһына ике шайба индертте. Әммә шуныһы иғтибарға лайыҡ: хоккейсыларыбыҙ үҙҙәрен тиҙ ҡулға алды һәм хужалар боҙонда “үҙ холҡон” күрһәтә башланы.
Икенсе осорҙа “Салауат Юлаев” хоккейсыларының даими һөжүме күҙәтелде тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Өҫтәүенә, был хәлгә хоккейсыларыбыҙҙың йыш ҡына күпселектә уйнауы булышлыҡ итмәй ҡалманы. Һөҙөмтәлә Теему Хартикайнен “Локомотив” ҡапҡаһына бер шайбаны сәпәне.
Матчтың өсөнсө осоро тамамланыуға ике минут тирәһе ваҡыт ҡалғас, “Салауат Юлаев” командаһының тренерҙар составы алтынсы уйынсыһын боҙға сығарырға ҡарар итте һәм юлаевсылар иҫәпте тигеҙләне (2:2). Был шайбаның хужаһы Сакари Маннинен булды.
Өҫтәмә ваҡыттағы уйын оҙаҡҡа һуҙылманы. Йәнә Сакари Маннинен ҡунаҡтар ҡапҡаһына бер гол индерҙе, һәм тап ул сираттағы еңеүҙе килтерҙе! Был көндә командабыҙ ҡапҡаһын Юха Метсола һаҡланы.
Матчтан һуң “Салауат Юлаев” хоккей командаһының баш тренеры Томи Ламса: “Беҙҙең өсөн был мөһим һәм ҙур еңеү булды”, – тип белдерҙе.
29 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Автомобилист” менән осрашты. “Өфө-Арена”ла үткән матчта 14-се минутта Шакир Мөхәмәҙуллин, 28-се минутта Николай Кулемин, 39-сы минутта Сакари Маннинен командабыҙ өсөн берешәр гол индерҙе. Шулай итеп, иҫәп командабыҙ файҙаһына 3:2 менән тамамланды!
Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Себер” менән осраша.
3 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы Ҡазанда – “Аҡ Барыҫ” (матч Өфө ваҡыты буйынса 19 сәғәттә башлана), 5 октябрҙә Сочиҙа (Өфө ваҡыты менән 21 сәғәт 30 минутта башлана) “Сочи” хоккей командаһы менән уйнаясаҡ.
- Айһылыу НИЗАМОВА

