Спорт һәм туризм
4 Октябрь 2021, 07:00

Алдар батыр иҫтәлегенә

Баймаҡ районының Байым ауылында Алдар батыр иҫтәлегенә "Мәргән уҡсы" ярышы үтте.

Алдар батыр иҫтәлегенәАлдар батыр иҫтәлегенә
Алдар батыр иҫтәлегенә

Был хаҡта Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Булат Тайбуғин үҙенең сәхифәһендә яҙған.

"Байым ауылында Алдар батыр иҫтәлегенә "Мәргән уҡсы" район уҡсылары ярышы бик юғары кимәлдә үтте. Байрамда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, күргәҙмә менән Темәс музейы директоры Айҙар Мәжитов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ярыштың төп бағыусыһы - ауыл старостаһы Нурғәле Рахманғоловҡа, ярышты ойоштороуҙа ярҙам иткән мәктәп директоры Әхиәр Вәлитовҡа һәм "Ирәндек уҡсылары" хәрәкәте етәксеһе Ғәфүр Рахманғоловҡа, халыҡ уйындарын оҫта ойошторған Флүр Байсуринға, сараны музыкаль яҡтан биҙәгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, аш-һыу әҙерләргә ярҙам иткән депутат Вәхит Абдрахмановҡа һәм апай-еңгәйҙәргә, байрамға килгән ҡунаҡтарға, ауылдаштарға ҙур рәхмәт!!!

Алыҫ ерҙе яҡын итеп ҡайтҡан ауылдаш егеттәргә, аҡсалата ярҙам иткәндәргә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ!"

Фото: Булат Тайбуғиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас