

Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, шашка – бик үҙенсәлекле спорт төрө ул. Был уйын логик фекерләүҙе, фантазияны үҫтерә, түҙемле, ныҡышмал, тыныс булырға, күп нимәне иҫтә ҡалдырып, киләсәктә файҙаланырға, еңеүгә ынтылыш, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә.
Әйткәндәй, күптән түгел Сочиҙа шашка буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр чемпионаты, ил кубогына ярыштар уҙғарылды. Унда Башҡортостан исеменән биш спортсы – уйнаған тренер Янис Сафин, 16 – 19 йәшлек спортсылар Илдус Аллағужин, Дарья Ткаченко (барыһы ла Ишембай ҡалаһынан), Айгизә Мөхәмәтйәнова, Арыҫлан Әхмәтйәнов (Өфө) үҙ көсөн һынаны.
Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙа Айгизә Мөхәмәтйәнова төп турнирҙа икенсе урын яуланы. Ул йәнә “рапид” төрөндә (тиҙ шашка) өсөнсө урынға сыҡты. Ә Янис Сафин “блиц”та өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Фото: shaski.narod.ru