+24 °С
Ямғыр


Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында физик культура һәм спорт буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәр Н.Н. Поповтың яҡты иҫтәлегенә ҡарата бокс буйынса турнир үтте. Унда Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Регина Нурмөхәмәтова ҡатнашты. Ҡыҙҙың тренеры – А.К. Евстигнеев. Көсөргәнешле ярышта Баймаҡ ҡыҙы ышаныслы еңеү яуланы һәм үҙенең "миҙалдар ҡумтаһы"н йәнә тулыландырҙы. Афарин, Регина!
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.